Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә “Таш йылға” барлыҡҡа киләсәк

Был эшсе атамалы паркты төҙөкләндереү Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл сентябрь айында башланды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре эре үҫентеләрҙе епшек ҡарлы һыуыҡ көндә юҡҡа ғына ултыртмай. Эре ағастар яҙын йоҡонан арынып үҫергә әҙер буласаҡ. Биләмәне парк итер өсөн оҙайлы әҙерлек эштәре башҡарылған. Төҙөлөш сүп-сары тулы йырын урыны тигеҙләнгән, һуҡмаҡтар һалынған, ҡарағай ағастарының эре үҫентеләре ултыртылған. Тәбиғи ағастар ҙа һаҡланған. Сиратта аҡ шыршылар.  Әлеге ваҡытта биләмәлә әҙерлек эштәренең икенсе өлөшө тамамлана. Ер туңғансы ағастарҙы ултыртыу дауам итәсәк. Йәмғеһе Көньяҡ паркында 200 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу көтөлә. Йәшелләндереү планы буйынса паркка тиңдәр юҡ. Биләмә тирәләй үҫеп сыҡҡан өс яңы торлаҡ биҫтәһен иҫәпкә алып майҙанды өс өлөшкә бүлеү, үҫемлектәр зонаһын йәнә өс кимәлгә айырыу күҙ уңында тотола.

Бында йүкә, ҡайын, миләш, артыш, гөлйемеш үҫентеләре һәм сәскә түтәлдәре буласаҡ. Парк урындағы халыҡтың теләген иҫәпкә алып ҡоролған. Көнъяҡ микрорайонында 70 меңгә яҡын кеше йәшәй. Әлегә тиклем бында күмәк ял урыны булғаны юҡ. Быйыл яҙ уйҙа ғына барлыҡҡа килгән күркәм ял майҙанын төҙөүселәр киләһе йылдың көҙөнә файҙаланыуға тапшырыу йөкләмәһен алған. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 150 миллион һум. Парк ҡороу торлаҡ биҫтәһен тотош төҙөкләндереү маҡсатын ғәмәлгә ашыра. Эшсе атамаһы “Таш йылға” булыуына ҡарамаҫтан ул урындағы халыҡ өсөн йылы аралашыу  урынына әүерелер, йәшәгән биләмәһенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләр, хәүефһеҙ, күркәс күмәк ял майҙаны булыр, тигән өмөт бар. 

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

9 часов 33 минуты назад
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

9 часов 34 минуты назад
Смотреть видео Өфө битлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Өфө битлектәре

Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел...

9 часов 35 минут назад
Смотреть видео Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй. Уның аша теләгән һәр кем  тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе ниндәй? Сәғәт иртәнге 8-ҙән алып, киске...

9 часов 36 минут назад
Смотреть видео Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-...

9 часов 36 минут назад
Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Яндекс.Метрика