Уларҙың маҡсаты кешеләргә шатлыҡ өләшеү

 Өфөлә йәш ирекмән рәссамдар күп ҡатлы йорттар подъездарын тәртипкә килтерә. Улар төркөмөндә әле ни бары 15  кеше. Өфөнөң художество – сәнәғәт коледжында белем алған был йәштәр республиканың бөтә район-ҡалаларында барған етди үҙгәрештәр – “Подъездарҙы төҙөкләндереү” программаһына үҙ өлөшөн индереүе тураһында ныҡлап уйламайҙа. Уларҙы иң ҡыуандырғаны – һүрәт төшөрөү өсөн рәсем дәфтәренең ҡағыҙ бите түгел,  ә  тотош подъезд булыуында. Студенттарҙы был эшкә йәлеп итеү ауырға тура килмәгән. Колледжда белем алыусылар бер юлы ике ҡуянды атып аласаҡ.

Буласаҡ рәссамдәргә диуарҙарға һүрәт төшөрөү өсөн бер ни тиклем аҡса ла түләнә. Сөнки, студент өсөн ун һум да аҡса. Икенсенән иһә, был проектҡа ҡушылған ирекмәндәргә айырым фәндән имтиханға “бишле” билдәһе ҡуйыла. Уларҙың остаздары ошоно вәғәҙәләй. Ирекмәндәрҙең ижады менән фатир хужалары ла ҡәнәғәт.  Йәштәр ҙә, хатта өлкәндәр ҙә һоҡланыуын йәшермәй. Күрер күҙгә дауа, ти күргәҙмә һүрәттәренә тиң эштәр менән хушһынғандар. Ҡылҡәләм оҫталарының тағы  бер сере бар. Уларҙың подьезд ижады артабан Өфө кимәлендәге ярышҡа алынасаҡ. Шуға ла студенттар был подьездың ҡайһы урамда, ниндәй йортта икәнлеген атамаҫҡа үтенә. Дәғүәселәр килеп, рәсем эскиздарына “айыу майы” һөртмәһен өсөн. Өфөләге был подьезд ваҡыт тәгәрмәсен хәтерләтә. Алтын көҙҙән һандуғслы яҙға. Ә тышта иһә әле ҡар. Тәүге ҡарҙан әүәләгән ҡыш бабай ҡулында иһә көҙҙөң һуңғы сәскәһе.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.  | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр...

15 октября 2020
Смотреть видео Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Төбәктәргә 8 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса...

15 октября 2020
Смотреть видео “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан...

15 октября 2020
Смотреть видео Ваҡытында тәүбәгә килеү | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытында тәүбәгә килеү

 Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр...

14 октября 2020
Смотреть видео Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  9 октябрь 25 йәшлек егет танышының Хендай Соната автомобилен  ҡыуып алып китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә авария ҡылып өлгөрә. Йәрәхәт алыусылар юҡ, әммә бихисап   автомобиль зыян күрә. Асыҡланыуынса, тәртип боҙоусы бер нисә тапҡыр урлашҡаны,...

14 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Баку һәм Ереванды тыныслыҡ урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙе һаҡларға сағыра. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Әрмәнстан министры Зограб Мнацаканян менән берлектәге матбуғат ултырышында Рәсәй, Әзербайжан һәм Әрмәнсан тарафынан ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙе тайпылышһыҙ үтәп,...

14 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.

Әлиә Фәтхиева килемде интернетта әйбер йә реклама һатып түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләп алған. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ – комбайнсы. Ҡала ҡыҙының ҡеүәтле тракторҙы яҡшы белеүе, тәү ҡарашҡа, сәйер күренһә лә ғәжәпләнергә түгел, сөнки Әлиә Аграр университеттың механика...

14 октября 2020
Яндекс.Метрика