Көҙгө каникул нисек үтә?

Республиканың төрлө райондарынан , күрше төбәктәрҙән 70-кә яҡын үҫмерҙәр Өфө эргәһендәге лагерҙарҙың береһендә ял менән бер рәттән косманавтика серҙәрен өйрәнә.  Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе 8-се йыл йәй көндәре ойошторолһа, быйыл беренсе тапҡыр көҙгө каникулда авиация, техника, йыһан йүнәлешендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусы һәм студенттарҙы ҡабул итте. Аэрокосмик мәктәбенең тоғро дуҫы, яҡташыбыҙ, СССР-ҙың һынаусы-космонавты Урал Солтанов менән осрашыу ҙа үтте. Хәбәрсе. Ысын самолеттарҙың осоуын күҙәтеү үҫмер егет-ҡыҙҙар өсөн оло мәртәбә. Аэрокосмик мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр лагерҙың футбол яланында авиа-шоуҙы күҙәтте.  Һәр үҫмерҙең хыялы – ҙур йыһанға сығыу, ә бының өсөн космонавтиканы ентекле өйрәнеү зарур.

Йола буйынса күккә ысын ракеталар осоралар. Улар, әлбиттә, бәләкәй генә, әммә тәрбиәләнеүселәр үҙ ҡулдары менән эшләгән. Ә бына халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбендә икенсе йыл ял иткән Илдар Батталовҡа быйыл был ракеталарҙы үҙенә осорорға мөмкинселек бирелде. Әйткәндәй, егет  ошо йүнәлеш буйынса халыҡ-ара ярыштарына әҙерләнә. Үҫмерҙәрҙең ялы фәһемле үтә. Аэрокосмик мәктәбендә улар киң мәғлүмәт туплай. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов менән әңгәмәләшкәндә генә егет-ҡыҙҙар әллә күпме һорауҙар бирҙе. Күптәрен йыһан станцияһындағы тормош ҡыҙыҡһындырҙы. Ерҙән 30 км юғарылҡта, атмосфераның юғары ҡатламында кейергә тәғәйен костюмдарҙы һәр кемгә яҡындан ҡарарға форсат булды. Ҡайһы берҙәре кейеп тә ҡараны. Әйткәндәй, беренсе космонавтар тап ошондай шлемдарҙа асыҡ космосҡа сыҡҡан. Аэрокосмик мәктәбе ҡатнашыусылары менән халыҡ-ара йыһан станцияһындағы видеобәйләнеш ойошторолдо. Космонавтар алдан әҙерләгән һорауҙарға яуап бирҙе, орбитала башҡарған эштәре һәм тәжрибәләре менән бүлеште.  Рәсәй космонавтары Александр Скворцов һәм Олег Скрипочка  ла бер нисә йыл элек халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбендә үҫмерҙәр менән осрашҡан.

Орбитаны иңләүселәр Башҡортостандың тәбиғәте менән һоҡлана һәм космонавтар республиканың йыш ҡунаҡтары, Красноусол шифаханаһында ял итәләр, ә башҡорт балы махсус һыҡма һауыттарға тултырылып йыһанға ебәрелә.  2012 йылда тап Башҡортостанға килгән космонавтар балалар өсөн аэрокосмик мәктәп асырға тәҡдим итә. Уҡыусылар һәм студенттарға Авиатөҙөлөштә нанотехнология, телескоп төҙөлөшө, ракета двигателе, Башҡортостандың авиация һәм космонавтика үҫешенә йоғонтоһо хаҡында   Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары, ғалимдары бәйән итә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар үҙҙәренең фәнни эштәрен дә яҡлаясаҡ. Оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, ижади бәйгеләр ойошторола. Аэороксмик мәктәп тәрбиәләнеүселәрен көн һайын фәһемле осрашыуҙар көтә. 2 ноябрҙә иһә СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Александр Муравьев бай тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хөкөм ителеүселәр  керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо | ГТРК «Башкортостан»

Хөкөм ителеүселәр керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо

Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр араһында керлинг буйынса чемпионат үтте. Боҙ майҙансығын һәм был спорт ярышының төп ҡоралы-йоморо ташты улар үҙҙәре эшләгән. Әйткәндәй, колонияла бындай ярыш беренсегә уҙғарылды. Хөкөм ителеүсе Алексей Матюшонокка станок эше күптән таныш. Әле...

19 февраля 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы 2019 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.  Киңәйтелгән коллегия ултырышында төбәктәге криминоген хәл даими ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала, тип баһаланды.  Тәфтишселәр үткән йылда енәйәт асыҡлау күрһәткесен 94,1 процентҡа еткергән....

19 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу урынына – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу урынына – штраф

Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын...

19 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә

Гисметео сәхифәһе хәбәр итеүенсә, һауа температураһы күтәреләсәк. Көндөҙ урыны менән 2 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡар, урыны менән көслө ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы оҙон юлға...

19 февраля 2020
Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Яндекс.Метрика