Яңы хөкүмәттән яңырыу көтөп

Октябрь айының һуңғы аҙнаһы Башҡортостандың юғары даирәләрендә күптән өлгөрөп еткән төп һорауҙы асыҡланы. Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. “Күстәнәс” һеҙ булманы әлбиттә, премьер-министр вәкәләттәрен Республика Башлығы үҙенлдә ҡалдырҙы. Ә беренсе урынбаҫарҙар хәҙер икәү.  Ведомстволар составында ла үҙгәрештәр бар. Политологтарҙың быға ҡарата фекере төрлө. 

Республика Башлығы инаугурацияһы үтеү менән хөкүмәттә буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында имеш-мимештәр тарала башлағайны, ғәҙәти күренеш. Иң сетерекле һорау шулай ҙа премьер-министр вазифаһы тирәләй ҡуйырҙы. Абруйын юғарыға сөйөп йөрөгән блогер, политолог һәм башҡа белгестәрҙең фаразы дөрөҫлөккә тап килмәй сыҡты. Хөкүмәт Радий Хәбиров ҡулы аҫтында ҡала. Ә бына премьерҙың беренсе урынбаҫарҙары икәү – Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов.
Төп урынға ҡоҙаланған Андрей Назаров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм маҡсатлы программалар үтәлеше өсөн яуаплы.

Хөкүмәттең элекке составында ла яңыһында ла үҙ урынын һаҡлап ҡала алған Илшат Тажетдинов аппарат эшмәкәрлеген һәм уның эш һөҙөмтәһен көйләйәсәк. 

Бынан тыш хөкүмәттә хәҙер 7 вице-премьер. Рәйеф Әбдрәхимов – төҙөлөш һәм транспорт өсөн яуаплы, Илшат Фәзрахманов бер юлы Ауыл хужалығы министры, ошо тармаҡ өсөн яуыаплы, Ленара Ивановала социаль сәйәсәт, министрлыҡ та уынң ҡулы аҫтында, Борис Беляев торлаҡ-коммуналь тармаҡ, экология һәм тарифтар өсөн яуап бирә. Улар үҙ урындарын һаҡлап ҡалды. 

Яңы кешеләрҙән Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов. Һуңғыһы әйткәндәй, Иҡтисади үҫеш министрлығын да етәкләй. Тәү сиратта  төбәктең инвестицион инфраструктураһын барлап, райондар менән бәйләнеште системаға һалырға ниәтләй.

Хөкүмәт составы ла бер аҙ үҙгәрҙе. Унда хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты 4 идаралыҡ, 1 агентлыҡ һәм 1 дәүләт инспекцияһы. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм дәүләт комитеты икегә бүленде. Был үҙгәреш эшҡыуарлыҡ өсөн дә туризм өсөн дә отошло тигән фекерҙә политологтар.

Ҡалған үҙгәрештәр ведомстволарҙың атамаһында ғына сағыла, мәҫәлән Мәғариф министрлығына фән өҫтәлә, Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкәләттәре менән бергә атамаһына инвестицияны ҡушып алды. Сәнәғәт һәм инновация министрлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип үҙгәртелде. 

Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составын “үҫеш хөкүмәте” тип атаны. Ҡайһы бер белгестәр хөкүмәт составындағы үҙгәрештәрҙе заман талабы тип билдәләй. Республиканың тормошондағы яңы сәйәси дәүер яңыса ҡараш талап итә.
Һан яғынан ғына түгел составы яғынан да байтаҡ үҙгәреш кисергән хөкүмәт алдында бурыстар һәм маҡсаттар әүәлгесә. Тәү сиратта халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм ошоға йүнәлтелгән Рәсәй Президентының Май указдарын, Республика Башлығының Сентябрь күрһәтмәләрен теүәл үтәү. Радий Хәбиров яңы кешеләргә тиҙ арала вәкәләттәре менән танышып эш башларға саҡырҙы.

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хөкөм ителеүселәр  керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо | ГТРК «Башкортостан»

Хөкөм ителеүселәр керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо

Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр араһында керлинг буйынса чемпионат үтте. Боҙ майҙансығын һәм был спорт ярышының төп ҡоралы-йоморо ташты улар үҙҙәре эшләгән. Әйткәндәй, колонияла бындай ярыш беренсегә уҙғарылды. Хөкөм ителеүсе Алексей Матюшонокка станок эше күптән таныш. Әле...

19 февраля 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы 2019 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.  Киңәйтелгән коллегия ултырышында төбәктәге криминоген хәл даими ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала, тип баһаланды.  Тәфтишселәр үткән йылда енәйәт асыҡлау күрһәткесен 94,1 процентҡа еткергән....

19 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу урынына – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу урынына – штраф

Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын...

19 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә

Гисметео сәхифәһе хәбәр итеүенсә, һауа температураһы күтәреләсәк. Көндөҙ урыны менән 2 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡар, урыны менән көслө ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы оҙон юлға...

19 февраля 2020
Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Яндекс.Метрика