Социаль тармаҡ алдағы йылдарҙа ла етди иғтибар үҙәгендә ҡала.

Был турала парламент президиумы ултырышында әйтелде. 2020 йылға һәм планлы 2021-22 йылдарға ҡаҙна проектын Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында ҡараясаҡ. Ҡаҙнаның 70 проценттан ашыуы социаль тармаҡҡа йүнәлтелә. Бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала.

2020 йылда ҡаҙнаға һалым һәм һалымдан тыш сығанаҡтарҙан килер 194 миллиард һумдың өстән ике өлөшө социаль тармаҡҡа йүнәлтелә. Мәғарифҡа мәҫәлән алдағы 3 йылда 73-әр миллиард һум бүлеү күҙаллана. Был уҡытыусы, тәрбиәселәрҙең эш хаҡынан тыш, яңы мәктәп, балалар баҡсалары төҙөү, матди техник базаны нығытыу, туҡланыуға тотонола торған сығымдар. Сумманың 4-тән 1 өлөшө федераль бюджеттан килер, тип көтөлә.

Ә әлегә Мәскәүҙән төрлө йүнәлештәр буйынса бүленәсәк суммалар иҫәпкә алынмайынса бюджет 22 миллиард һумдан ашыу дефицит менән планлаштырылған. Рәсәй Президентының Май Указдарын үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған 12 Милли проектта ла ҡатнашып Башҡортостан федераль бюджеттан 16 миллиард ярым тирәһе аҡса ҡайтарып алырға ниәтләй.

Ә бына Республика башлығының сентябрь күрһәтмәләрен үтәүгә аҡса ҡайҙан алырға тигән һорау әле асыҡ ҡала. Ҡайһы бер маҡсатлы һандарға өлгәшер өсөн иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү зарур тип иҫәпләй вице-премьер Рөстәм Моратов. Мәҫәлән, инвестициялар күләмен йылына 500 миллиард һумға еткереү, әле ул 300-гә лә тулмай.

Сәнәғәт етештереү күләме кәмеүе лә ҡаҙна хәлен ҡатмарлаштыра. Шуға ла киләсәктә эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһаласаҡ.Социаль эш хаҡы тигән күрһәткес киләһе йыл 7,2 процентҡа артыр тип көтөлә, инфляцияны иҫәпкә алғанда реаль үҫеш 2 процент тирәһе.

Ғөмүмән, бюджет тармағы өсөн хеҙмәт хаҡына ҡаҙнанан 96 миллиард һум аҡса сарыф ителә. Тиҫтәгә яҡын ҡалын папкаларҙағы миллионлаған биттәрҙә баҫылған төп финанс документ һәр йүнәлеште иҫәпкә алып төҙөлгән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәттән алып юл фонды, эшҡыуарлыҡ, хәүефһеҙлеккә бәйле сығымдар.

Төп финанс документ иртәгә Рәсми баҫмалар биттәрендә һәм хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталы интернет селтәрендә баҫтырыласаҡ.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика