Өфө 2016 йылда Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын ҡабул итәсәк

Һүҙҙән эшкә. Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында килешелгән хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйә. Өфө 2016 йылда Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын ҡабул итәсәк. Башҡортостан башлығы Рәстәм Хәмитов Бишкәк ҡалаһына эш сәфәре барышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Башланғысты конференция президиумы ла Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев та хупланы. Уның менән осрашыу барышында иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше былтыр 132 миллиард 200 миллион һумға еткән. Сумманың 132 миллиарды – экспортҡа, ә 200 миллионы импортҡа тура килә. Әммә яҡын киләсәктә хеғмәттәшлек даирәһе киңәйергә тейеш. Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегцияның да төп маҡсаты Тянь Ши һәм Памир тауҙары араһында урынлашҡан был дәүләт менән тәү сиратта ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм сауҙа бәйләнештәрен нығытыу. Рөстәм Хәмитов Рәсәй-Ҡырғыҙстан конференцияһында сығыш яһап Башҡортостан менән тауар әйләнешен ике түгел ә 10 тапҡырға арттырырға кәрәк тине. Һуңғы ваҡытта мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығына. Мәҫәлән быйыл март айында Ҡырғыҙстанда Башҡортостан көндәре үтте. Бҙҙең халыҡтарҙы тарихи-мәҫәни ҡомпртҡылар ҙа берләштерә.Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың эшлекле даирә вәкилдәрен Өфөлә октябрҙә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе бизнес форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы шулай уҡ 2016 йылда Өфөлә Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын үткәрергә тәҡдим итте. Ҡырғыҙстандан беҙгә емеш-еләк ҡайтарыуҙы яйға һалырға кәрәк, Башҡортостан үҙ сиратында иген, малсыллыҡ продукцияларын минераль ашламалар оҙата ала. Еңел сәнәғәт тауарғары менән сауға итеү ҙә ике яҡ өсөн отошло булыр ине. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика