Экологик дәрестәр, тематик уйындар

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте. Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр, тематик уйындар даими уҙғарыла.Балаларға бәләкәй сағынан аңлатыу мөһим. Шул саҡта ғәҙәткә инә һәм өлкәнәйгәс тә улар көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып барасаҡ, ти тәрбиәселәр. Ә иң мөһиме кешеләр йәшәгән урынын тәртиптә тоторға тейеш. Балалар баҡсаһында беренселәрҙән булып көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыя башлағандар. Март башынан алып Киров районында махсус проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, бында 42 ошондай майҙансыҡ булдырылған. Өфө мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттары янында ла махсус контейнерҙар урынлаштырылған. Мәҫәлән, төрлө акцияларҙа ҡатнашҡан 3-сө гимназия һәм БДУ ятаҡтары эргәһендә.Проектты һынау өсөн Киров районы бушҡа һайлап алынмаған.

Сөнки, бында бихисап уҡыу йорттары, дәүләт һәм социаль учреждениелар урынлашҡан. Проект сиктәрендә йәмәғәт урындарында ла контейнерҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге паркта кешеләр ҡағыҙ, быяла һәм пластикты айырым ҡалдыра ала. Тимәк, бында ял итеүселәр ҙә экология хәлен яҡшыртыуға өҙ өлөшөн индерә.Проект ҡала йәмәғәтселегендә ыңғай фекер уятты. Лилиә Решетова, мәҫәлән, йорт ихатаһында айырым контейнерҙар барлыҡҡа килеү менән сүп-сарҙы айырып, ташлай башлаған. Бынан тыш, ейәнсәренә лә өйрәтә.Барлығы Өфө ҡалаһы һәм районында көнүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн 81 ошондай майҙансыҡ булдырылған. Уларҙы әлегә өс йөк машинаһы хеҙмәтләндерә. Техниканың һәр береһе айырым төр ҡалдыҡ өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, берәүһе быяла, икенсеһе ҡағыҙ, ә өсөнсөһө пластикты йыя.Йыл аҙағына тиклем Өфөлә махсус контейнерҙар майҙансығы 100-гә етәсәк. Ә 2020-се йылда уларҙың һаны ике тапҡырға артыр, тип көтөлә. Иң мөһиме көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы бөтә республикала ойоштороу, тип белдерә реформа авторҙары.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

1 час 35 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

1 час 35 минут назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

1 час 36 минут назад
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

1 час 37 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

1 час 37 минут назад
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

1 час 38 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика