Законға ярашлы киске сәғәт 10-дан һуң фатирҙа шауларға ярамай

Әммә ҡағиҙәне барыһы ла теүәл үтәргә ашыҡмай. Бигерәк тә был торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан күңел асыу урындарына ҡағыла. Ошондай йорттарҙа йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәттәренә таянып йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә.Төн, урам, фонарь.  Бер аҙ яҡтылыҡ төшөп торған кальян клубы төнгө мажара эҙләп йөрөүселәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Йорттоң тәүге ҡатында ярты йыл элек кенә асылған был күңел асыу урыны эргә -тирәлә йәшәүселәрҙең маҙаһына ярайһы ғына тейеп өлгөргән. Улар әйтеүенсә, шау-шыулы музыка, туҡтауһыҙ көлөүҙәр,  хатта атыш тауыштары төнгө йоҡоға ҡамасаулай. Ысынында иһә, бында ниндәй хәлдәр бар? Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге  хеҙмәткәрҙәре, клуб хужаһына ни өсөн ярты йыл эсендә, киске 10-дан һуң  тәртип боҙған өсөн 12 тапҡыр протокол төҙөлгәнлеген төшөндөрөргә тырышты. 

Тәү ҡарашҡа барыһы ла яҡшы. Кальян тарталар, сәй эсәләр. Тәртип һаҡсылары 18 йәштән йәшерәк күренгән ҡунаҡтарҙың документтарын тикшергән арала, хужа бында һәр ваҡыт тыныс, тип ышандырҙы. Хатта музыка тауышы ла ярайһы ғына шым. шулай ҙа, тәүге осор ялыуҙар булыуын инҡар итмәне. Әлеге мәлдә барыһы ла тыныс. Хатта бында бер ҡасан да спиртлы эсемлектәр булғаны юҡ, тип ебәрҙе. Тимәк, халыҡты босоған  төнгө шау-шыу, хатта атышыу – былар барыһы ла ялған булып сығамы? Ысынлап та, торлаҡ йорттарҙың тәүге ҡатында ошондай күңел асыу урындары күбәйҙе. Ә йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре бының менән йылдар дауамында көрәшә. Эштәренең һөҙөмтәһе лә бар. Әйткәндәй, был кальян тартыу клубында йома көн булһа ла бер кем дә юҡ. Элегерәк бәлиғ булмағандар йыш күренгән. Инспекторҙар әйтеүенсә, рейдтарҙың маҡсаты енәйәттәрҙе иҫкәртеү. Төнгө клубтарҙың хужалары ла быны аңлап ҡабул итә. Ә ҡанундарҙы үтәргә теләмәүселәрҙең эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика