Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал

Башҡортостан менән Чехия араһында тышҡы тауар әйләнешен 2024 йылға ун тапҡыр арттырырға һәм ике арала сауҙаны крона менән һумдарҙа алып барырға. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия Республикаһы илсеһе Витезслав Пивонька етәкселегендәге делегация менән осрашыуҙа  ошо маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы. Сит ил делегацияһы Башҡортостанда өс көнлөк эш сәфәре менән килеүен төбәккә чех эшҡыуарҙары иғтибарының артыуы менән аңлата. Витезслав Пивонька Радий Хәбиров менән 2019 йылдың мартында осрашҡайны. Был юлы Европа эшҡыуарҙары цифра технологиялары менән ҡала торлаҡ-коммуналь хужалығынан алып тоҡомло мал үрсетеү менән театр-күргәҙмә фестивалдәре ойоштороуға тиклем киң төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген күрһәтте.

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Чехия 9 миллион ярым доллар күләме менән 34 урынды биләй. Экспорт-импорт өлөшөндә химия һәм машиналар төҙөү тармағы тауарҙары өҫтөлөк итә. Тауар әйләнешен шундай кәм булыуы беҙҙең эшләп еткермәү һөҙөмтәһе, уны ун тапҡыр арттырып 2024 йылға 90 миллион долларға еткерергә тәҡдим итәм, тине Андрей Назаров. Башҡортостан сит ил эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн асыҡ, Чехия партнерҙары менән беҙ сәнәғәт, туризм һәм транспорт тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Чехия араһында даими бәйләнеш тотоусы хөкүмәт-ара комиссияһы дәрәжәһендәге эш төркөмөн буддырырға ҡарар ителде. Ул тышҡы иҡтисад, шул иҫәптән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” проекты буйынса мәсьәләләрҙе оператив хәл итәсәк. Витезслав Пивонька сауҙала һум һәм кронаны файҙаланыу тәҡдимен ыңғай баһаланы. Тик был мәсьәлә Чехия Республикаһының финанстар министрлығында хәл ителерге тейеш„ тип белдерҙе. Бөгөн Башҡортостанда Чехия  менән бәйле биш предприятие бар. Улар төҙөлөш, пассажирҙар йөрөтөү, затлы металл рудаһы менән онтағын  табыу, компьютер һәм уның йыһаздарын күмәртәләп һатыу һәм программа тәьминәте өлкәһендә эшләй. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

1 декабря 2020
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

1 декабря 2020
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

1 декабря 2020
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

1 декабря 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

1 декабря 2020
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика