Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды

60 һәм 100 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алыуға 80 меңдән ашыу кеше дәғүә итә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Масленниковтар бер нисә йыл элек Өфөнән Иглингә күсеп килә. Ғаилә финанс мөмкинлектәренә ҡарап газ үткәрелмәгән йорт һатып ала. Ҡышын уны йылытыу өсөн ғаилә башлығы ярты эш хаҡын түләргә мәжбүр. Күп балалы ғаилә бөгөн газ үткәреүҙә ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн документтарын барлай. Ғаризалар ҡабул итеү был аҙнала башланды. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн сертификат биреү башланғысын Республика башлығы Радий Хәбиров хуплап ошо көндәрҙә махсус ҡарар сығарғайны. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ул 4 йыл дауам итәсәк. Ошо маҡсатҡа 664 миллион һум аҡса бүленгән. 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат алыуға хоҡуғы булғандар 5 категория: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандар, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалылар. Был аҙнала Оператив кәңәшмәне алып барған беренсе вице премьер Андрей Назаров дәүләт ярҙамын кемдәр алырға хоҡуҡлы, ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген ентеклеәп аңлатыу кәрәклеген билдәләне. Ентекләп аңлар һәм аңлатыр тағы бер мәсьәлә – табипҡа яҙылыу менән бәйле. Был тәңгәлдәге бөтмәҫ реформалар арҡаһында дауахана тупһаһын йыш тапамағандар әле булһа поликлиникаға тура шылтырата.

Ә берҙәм телефон барлығын күптәр бөтөнләй ҙә белмәй. Быйыл федераль адреслы инвестиция программаһы буйынса Башҡортостандан ни бары 1 объект ҡына финанслау алған. Башҡа программалар буйынса тапшырылған 119 ғариза республикаға 25 миллиард ярым һум аҡса ҡайтарған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, илдә 8-се баҫҡыста. Хәҙер йыл аҙағына тиклем был суммаларҙы файҙаланып ҡалыу бурыс. Юғиһә, ул кире ҡайтарылырға тейеш. Хәҙер киләһе йылға федераль программаларҙа ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана тиелде ултырышта. Башҡортостан 2020-лә Рәсәй ҡаҙнаһынан 36 миллиард һум аҡса ҡайтырап алырға иҫәп тота. Был аҡсаларҙың күп өлөшө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Ә Башҡортостан бюджетын килгәндә, төп финанс документ бөгөндән Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитеттарында тикшереүгә сығарыла. 19 ноябрҙә ҡаҙна торошона бәйле тәҡдим фекерҙәрен теләгән һәр кемгә еткереү мөмкинлеге бар. Был көндө Йәмәғәт тыңлауҙары ойошторола. 22 миллиард профицит менән планлаштырылған бюджетҡа тәҡдим итәһе һәм индерәһе үҙгәрештәр байтаҡ. Мәҫәлән Республика Башлығының сентябрь күрһәтмәләре әле булһа финанс яҡтан нығытылмаған. Йыл башында федераль ҡаҙнанан киләсәк аҡсаларҙы иҫәпкә алып үҙгәрештәр индереләсәк тине финанс тармаҡ өсөн яуаплы чиновниктар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика