Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлау башланды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлай. Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби хеҙмәтте ФСБ-ның сик һағы органдарында контрак буйынса үтәсәктәр.    Уҡыу йортона сәләмәтлеге яҡшы булған, 22 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырыла. Юғары белем алыу өсөн – 5, урта һөнәри белем алыу өсөн – 2-3 йыл, көндөҙгө бүлектә уҡытыу ҡарала. Белем алыу бушлай,  йәшәү өсөн дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Теләүселәргә Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына мөрәжәғәт итергә. Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 19- сы йорт, т. 229-07-84.Ғаризалар  2020 йылдың 1-се ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

10 часов 50 минут назад
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

10 часов 51 минута назад
Смотреть видео Өфө битлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Өфө битлектәре

Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел...

10 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй. Уның аша теләгән һәр кем  тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе ниндәй? Сәғәт иртәнге 8-ҙән алып, киске...

10 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-...

10 часов 53 минуты назад
Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Яндекс.Метрика