Башҡортостанда ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашыраласаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды. “Буран” планы юлдағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтен сикләү генә түгел, бөтөнләй туҡтатыу ихтимал.

Был ваҡытта юлдағылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автомобилдәрҙе заправкалау, водителдәргә йылыныу һәм туҡланыу урындарын йыһазландырыу ҡарала. “Буран” операцияһын республика ла, муниципалитет күләмендә лә иғлан итеү мөмкинлеге буласаҡ. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров билдәләүенсә, кешеләргә ғәҙәттән тыш хәл тураһында ғына түгел, ә бәхетһеҙлеккә тарығанда ҡотҡарыу сараларын да аңлатма бирергә кәрәк.

Беренсе вице-премьер финанстар һәм ауыл хужалығы министрлыҡтарына малсылыҡ тармағын субсидиялау күләмен икеләтә арттырыу сараһын күрергә ҡушты. Республиканың ауыл хужалығын үҫтереү программаһына ярашлы 2020 йылға 410 мең тонна һыйыр һәм ҡош ите әҙерләү ҡаралған. Ит етештереү тармағын тотороҡло үҫтерер өсөн мал фермаларын ҡайтанан ҡороу, яңыртыу һәм капиталь төҙөкләндереү талап ителә.  Әле Башҡортостан һыйыр итен әҙерләү һәм эре мал башы иҫәбе буйынса илдә беренсе-икенсе урындарҙы биләй. Шул уҡ ваҡытта мал һимертеүсе заманса технологик комплекстар етмәй.

Субсидиялау программаһы иһә фидлоттарҙы арттырыу мөмкинлеген аса. Сығымдарҙың 50 процентын компенсациялау төбәктең ит етештереү тармағына инвесторҙарҙы йәлеп итәсәк. Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ауыл һәм кесе ҡала мәктәптәрендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү шарттарын булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Киләһе өс йылда федераль һәм республика бюджеты аҡсаһына 43 спорт залын төҙөкләндереп, махсус йыһаздар менән тәьмин итеү һәм 10 мәктәптә спорт клубын булдырыу көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге 30-сы һанлы һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн мәктәп-интернат педагогтары беҙҙең канал аша ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Сәләмәтлек буйынса мөмкинлеге сикле балаларға физик күнекмәләр кәрәк. Махсус ҡорамалдар ҙа һатып алынған. Тик учреждениеның спорт залы юҡ. Шулай уҡ урамдағы спорт майҙансығы менән дә ҡатмарлыҡтар бар. Заманса махсус түшәм булмағанлыҡтан былтыр ишетмәгән балалар араһында футбол буйынса республика ярыштарын да ҡабул итә алмағандар. Еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә шарттар юҡ.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика