Райондар янғын һүндереү техникаһы алды

“Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә янғын һүндереү техникаһы тапшырылды. Тағылма автоцистерналар ауыл биләмәләренә, ә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу машиналары республика янғын һүндереү частарына бүләк ителде. 

Иглин районының Урман ауылы халҡы уттың ниндәй ҡурҡыныс афәттәргә килтергәнен яҡшы белә. 2011 йылда бында урынлашҡан хәрби частә янғын сығып, снарядтар һаҡланған келәттәргә тоҡанды һәм шартлауҙар башланды. Урманға республиканың бөтә хеҙмәттәре йәлеп ителде, улар бер-нисә көн дауамында ут һәм янғын эҙемтәләре менән көрәште. Хәҙер ауылдың янғын һүндереү бүлеге “Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә яңы техника алды.
Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ведомствоға ҡараған янғын һүндереү бүлектәре  юҡ. Белгестәр килеп еткәнсе иң беренсе халыҡ үҙе һәм ирекле янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә. Шуға күрә лә ауыл биләмәләренә бөтә ҡоролмалары булған тағылма 17 янғын һүндереү техникаһы тапшырылды.

Автоцистернаны бөтә техникаға ла тағып була. Уға йылғанан да, гидрантҡа ла тоташып, һыу тултырырға мөмкин. Иң мөһиме,  ҡайҙалыр алып барып түгел, ә ауыл ерендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бар. Быға тиклем ошондай техника Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондарында тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем ирекле янғын һүндереү командалары һәм ауылда урынлашҡан янғын һүндереү деполары 130 автоцистерна һәм машина аласаҡ. 
Башҡортостан етәкселеге халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Радий Хәбиров дүшәмбе үткән оператив кәңәшмәләрҙә янғындарҙы булдырмау, үлем осраҡтарын кәметеү, профилактика уҙғарыу һәм янғындарҙы иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен һәр ваҡыт контролдә тота. 

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024-се йылға тиклем Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше” стратегияһында хөкүмәт эшмәкәрлеге менән бергә янғын хәүефһеҙлеге тураһында ла әйтелгән. Указ тормошҡа ашырыла башланы ла инде.
Техника менән тәьмин итеүҙән тыш, ауылдарҙа янғын һүндереү частары төҙөлә һәм сафҡа индерелә. Республиканың төнъяҡ-көнсығыш төбәгендә ҡотҡарыу үҙәге булдырылды. Бынан тыш, янғындарҙы профилактикалау буйынса республика үҙәге ойошторолдо.

 

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

 Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

 Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.  Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың...

22 января 2020
Смотреть видео Минең бизнесым | ГТРК «Башкортостан»

Минең бизнесым

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.  Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан  снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун  нигеҙендә алып барасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә.  Был турала Парламент...

22 января 2020
Смотреть видео Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең...

22 января 2020
Смотреть видео Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә

Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған. Быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй....

21 января 2020
Смотреть видео Минең бәләкәй Ватаным | ГТРК «Башкортостан»

Минең бәләкәй Ватаным

Йәштәр үҙҙәренең бәләкәй Ватаны менән таныштырыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара күргәҙмәгә йыйылды. Авторҙар үҙ эштәрендә тыуған төйәктең йылыһын сағылдырырға тырышҡан. Был йәһәттән, әрмән ҡыҙына етеүсе булманы. Ошо башҡорт рухы менән һуғарылған картиналарға  ҡарап, уның авторы әрмән ҡыҙы икәненә...

21 января 2020
Смотреть видео «Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

«Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды

Активистар алкоголь һатылған кибеттәр буйлап 400-гә яҡын рейд үткәргән һәм бихисап етешһеҙлектәргә юлыҡҡан. «Туҡта, суррогат» акцияһының тәүге һөҙөмтәләре буйынса республикала хәмер менән ағыуланыусылар һаны ярайһы ғына кәмегән. Быйыл Яңы йыл байрамдарында дауаханаға 279 кеше мөрәжәғәт иткән, ә...

21 января 2020
Яндекс.Метрика