Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә. Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса.

Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнергә, йәмғиәткә яраҡлашырға тейеш, ти ҡыҙыҡайҙың ата-әсәһе. Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән әсәләрҙең күбеһенең эш урынына ҡайтырға, ғаиләнең финанс мөмкинлектәрен нығытырға ашыҡҡаны ла сер түгел. Балалар баҡсаларында ясли төркөмдәре хәҙер үтенес йә хыял ғына түгел, ә ысынбарлыҡ. Өфөнөң иң тиҙ үҫешкән Дим районындағы 183-сө балалар баҡсаһында ясли төркөмөн асыу сағыу тантанаға әүерелде.

Ата-әсә төркөм бүлмәләре, шарттар менән ҡыҙыҡһынһа, тәрбиәселәр менән танышып-аралашырға ынтылһа, бәләкәстәр уйынсыҡтарға тотона. Һуңғылары эскерһеҙлеге менән хәүеф-хәтәр күрмәһә, тәүгеләре күңелендә шом бар. Ярты быуаттан ашыу файҙаланышта булған баҡсала ясли бүлеген булдырыу байтаҡ сығымдар талап иткән. Өс йәшкә тиклем балаларҙы тәрбиәләүгә ҡағылған бар ҡағиҙәләр ҙә үтәлгән.

Тәрбиәселәргә килгәндә кадрҙар ҡытлығы юҡ. Төркөмдә барыһы егерме бала. Яслиға иҫәп тотоп сиратта торғандарҙың был бер өлөшө генә.  “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ясли төркөмдәрен булдырыуға һәр балаға бюджеттан 175 мең һум иҫәбенән аҡса бүленгән. Киләһе аҙнала Дим районындағы тағы ла ике балалар баҡсаһы иң бәләкәстәрҙе ҡабул итергә әҙерләнә. Әле уларҙа бүлмәләрҙе йыһазландырыу эштәре тамамлана.

Йыл аҙағына тиклем Дим районында йәнә биш ясли төркөмөн асыу көтөлә. Шуларҙың икәүһе бына ошо, быйыл декабрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, өр-яңы балалар баҡсаһында.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика