Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо кисерә. Әммә күптәре махсус ярҙам итеү хеҙмәттәренә һирәк мөрәжәғәт итә, бәғзеһе хәбарҙәр түгел. Мәскәү ҡалаһында күптән түгел 36 йәшлек ҡатын 9-сы ҡаттан ике балаһы менән һикергән. 9 айлыҡ ҡыҙы менән үҙе урында вафат булған, 3 йәшлек улы әле реанимацияла. Психологтар билдәләүенсә, ҡатын бала тапҡандан һуң күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо кисерә. Әммә күптәре махсус ярҙам итеү хеҙмәттәренә һирәк мөрәжәғәт итә, бәғзеһе хәбарҙәр түгел. Йәш әсәләргә күңел төшөнкөлөгөнә нисек бирешмәҫкә, был хаҡта киләһе сюжетта. Ике балаға ваҡыт бүлергә, кескәйенең дә, өлкән улының да бар теләктәрен үтәргә, үҙеңә лә ваҡыт еткерергә кәрәк. Гөлшат Вәлиева был бурыстарҙы хәҙер еңел башҡарырға өйрәнгән, ул һәр көнөн сәғәтләп планлаштыра. Ә беренсе бала тапҡанда бик ҡатмарлыҡтар ине тип хәтерләй ул. Бала тапҡандан һуң  күп әсәләр ҡыйнлыҡтарға дусар була. Белгестәр билдәләүенсә, әсә кешенең донъяһы ҡырҡа үҙгәрә һәм күпселек осраҡта ул был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыға.  Ауыр, интектергес тойғолар һәм кисерештәр үткәрә, һағышҡа, өмөтһөҙлөккә бирелә. Был осраҡта яҡындарына ла иғтибарлы булыу зарур. Депрессия хәлендәге кешене асыҡлауы ауыр тңгел, ул ғәҙәттә әкрен, дәртһеҙ, үҙен һәр саҡ хәлһеҙ тоя. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон мультиварка, кер, һауыт-һауаба йыуыу машиналары физик яҡтан күпкә еңеләйтһә лә, төшөнкөлөккә бирелеүҙән ярҙам итмәй. Күп әсәләр бала тапҡандан һуң торғонлоҡто етди ҡабул итмәй. Беҙҙең әсәйҙәр ҙә бала тапҡан, беҙ ҙә был хәл торошон үтергә тейеш, тип иҫәпләй. Әммә ошондай төшөнкөлөк аяныслы фажиғәгә килтереүе ихтимал. Мәскәү ҡалаһында 36 йәшлек ҡатындың ике балаһы менән тәҙрәнән ырғыу сәбәптәрен дә ошоноң менән аңлаталар. Оҡшаш хәл Өфөләге әсәй менән дә була, балаһы иҫән ҡала, үҙен мәжбүри дауаланыуға оҙаталар. Йәй аҙағында Дүртөйлө районында йәшәүсе ҡатын 1 йәшлек малайын быуып үлтергәйне. Был ваҡиғаларҙы психологтар бала тапҡандан һуң күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү менән бәйле булыуы ихтимал, тип билдәләй. Белгестәр билдәләүенсә, йәш әсәгә йомолоп ҡалырға ярамай, яҡындарына ла абайлыраҡ булыу зарур. Бала ҡарауҙан тыш эшмәкәрлекте алмашытырырға мөмкин. 2020 йылдан милли проект сиктәрендә Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте иҫәбенә декрет ялында ултырған әсәйҙәр һөнәрен камиллаштыра йә иһә яңы һөнәр үҙләштерә  аласаҡ. Проект 4 йылға. Йәш әсә үҙен яңғыҙ тойорға тейеш түгел. Төшөнкөлөктөң төп сәбәбен асыҡлауы ҡатмарлы. Күңел торошона биологик, психологик, социаль факторҙар йоғонто яһай. Яҡын кешеләрҙең ярҙамы, яңы тыуған сабыйҙы бергә ҡарашыу ҡатын-ҡыҙҙы ниндәй ҙә булһа төшөнкөлөктән арындырасаҡ, тигән уртаҡ фекергә килә белгестәр.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика