Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында реверсив хәрәкәт тә ойошторҙолар, әммә был да мәсьәләне хәл итмәй. Сәбәбе – светофорҙар эшенең дөрөҫ көйләнмәүендә ти Морат Шәймәрҙәнов. Йәш егет Өфөләге тығындарҙы кәметергә мөмкин тип иҫәпләй. Проблемалы участкалар күптәргә яҡшы таныш. Был ҡалаға ингән һәм сыҡҡан күпер тирәләре генә түгел, мәҫәлән ҡала үҙәгендә һәр саҡ автомобилдәр хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар бар. Уны хәл итер өсөн ни бары буяу ғына кәрәк ти йәш кеше. Өлгө булараҡ Зәки Вәлиди урамын алғанда, ҡул яҡҡа боролор өсөн махсус уртауҙар һыҙырға кәрәк. Һөҙөмтәлә автомобилдәр бер-береһенә ҡамасауламай һәм тығындар ҙа кәмергә тейеш. Күрше Татарстандың баш ҡалаһында был тәжрибә күптән һыналған. Юл һыҙаттарының киңлеген кәметеп, уларҙың һанын арттырғандар. Һөҙөмтәлә водителдәр ҙә иплерәк йөрөй башлаған, ә Ҡазан тығындарҙан ҡотолған. Өфөгә әлегә транспорт хәрәкәтен дөрөҫ ойоштороуҙа камиллашыр нигеҙ бар. Йәйәүлеләр именлеген дә оноторға ярамай. Уҡыусыларҙы белемгә илткән хәүефле юл хаҡында Колгуевский микрорайонында йәшәүсе Вил Төхвәтуллин видео төшөргәйне. Яҙма интернет селтәрендә киң резонанс тыуҙырҙы, әммә мәсьәләне тулыһынса хәл итмәне.  Өфө урамдарында юл транспорт ваҡиғаларына бәйле фажиғә һәр мөйөштә һағалап тора. Был авария күптән түгел Октябрь Проспектында теркәлгәйне. Ике ҡабалан водитель осрашып бер нисә пассажир дауаханаға эләкте. Әле “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль программаһы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү, светофорҙар һәм камералар урынлаштырыу эше киң йәйелдерелгән. Киләсәктә махсус алтаҡталар, “аҡыллы светофор” һәм “аҡыллы юл тамғалары”урынлаштырыу планда. Улар һауа шарттарына ҡарап тиҙлекте сикләргә, аварияларҙы иҫәкртергә ярҙам итер тип көтөлә. Проекттың беренсе өлөшө киләһе йыл тормошҡа ашырыла башлай. Ул юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын автоматлаштырыуҙы күҙ уңында тотола. Был Өфөлә тығындар мәсьәләһен дә хәл итер тигән ышанысты нығыта. Ҡалала автомобилдәр хәрәкәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә иғтибарҙа тситтә ҡалмаҫ тип ышанырға ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика