Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Меню төҙөү тәртибе һәм туҡланыуҙың төп талаптары өсөн кем яуаплы. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһе миҫалында республикала милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендәге “Сәләмәт туҡланыу” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡалалағы 155-се лицей ашханаһы сеймалдан әҙер аҙыҡты таратыуға тиклем тулы циклда эшләй. Бында көнөнә 1100 уҡыусы туҡлана. Уҡыусыларҙың тәүге ағымын ашхана хеҙмәткәрҙәре икенсе дәрестән һуң, унынсы егерме минутта ҡабул итә. Бындай оҙон тәнәфестәр ике сменалы мәктәптә кәмендә өс тапҡыр ойошторола. Иртәнге аш берҙәм меню талап иткәнсә ике төрлө. Балаларҙың йәшенә ҡарата уның ғәҙәти һәм көсәйтелгән өлгөһө бешерелә. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, эсемлектәр.

Сифатлы, хәүефһеҙ һәм тәмле. Был талаптарҙан тыш балалар аҙығы һәр кем һатып алырлыҡ хаҡта, файҙалы һәм үҫкән организм өсөн аҡһым, май, углеводтарҙың талап ителгән миҡдарына тап килергә тейеш.

Башҡортостан илдең биш төбәге менән бер рәттән “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә йәмәғәт һаулығын нығытыу пилот программаһында ҡатнаша. Мәктәп туҡланыуын берҙәм менюға яраҡлаштырыу ошо уңайҙан хәстәрләнгән. Ризыҡ төрө иһә бер тапҡыр мәңгелек раҫланған түгел. Балалар һәм ата-әсә теләген өйрәнеп Мәскәү туҡланыу һәм биотехнология институты тикшеренеүҙәре нигеҙендә үҙгәрештәр индерергә лә мөмкин.

Республика белем биреү йорттарында туҡланыуҙың берҙәм төрөн раҫлау иһә бер яҡтан ашханаларҙы яңыртыу, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы талап итһә, икенсенән төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәрен киңәйтә. Уҡыу йорттары һәм балалар баҡсаларының күбеһе ярым-әҙер аҙыҡты бешереүгә иҫәпләнгән. Улар сеймал етештергән, балыҡ, ит ярымфабрикаттарын, таҙартылған йәшелсә-емеш әҙерләп оҙатҡан предприятиеларға мохтаж.  

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өсөнсө бала өсөн бирелә торған 450 мең һумлыҡ ярҙамдан 1 мең 300 ғаилә файҙаланған

ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019...

20 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, - тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә? Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта,...

20 февраля 2020
Смотреть видео Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә? | ГТРК «Башкортостан»

Февраль. Буран. Ямғыр. Һауа торошонан нимә көтөргә?

Республика ҡотҡарыусылары Ҡаҙағстандан Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәрҙе бәләнән ҡотҡарған. Яҡтыкүлгә килгән ғаилә ҡар ҡамауына эләгеп, машиналары менән көрт аҫтында ҡала. Махсус бригада - 6 кеше, шул иҫәптән 3 баланы ҡаргиҙәр ярҙамында Сибайға эвакуациялай. Сит ил ҡунаҡтары зыян күрмәгән....

20 февраля 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Яндекс.Метрика