Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында реверсив хәрәкәт тә ойошторҙолар, әммә был да мәсьәләне хәл итмәй. Сәбәбе – светофорҙар эшенең дөрөҫ көйләнмәүендә ти Морат Шәймәрҙәнов. Йәш егет Өфөләге тығындарҙы кәметергә мөмкин тип иҫәпләй. Проблемалы участкалар күптәргә яҡшы таныш.

Был ҡалаға ингән һәм сыҡҡан күпер тирәләре генә түгел, мәҫәлән ҡала үҙәгендә һәр саҡ автомобилдәр хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар бар. Уны хәл итер өсөн ни бары буяу ғына кәрәк ти йәш кеше. Өлгө булараҡ Зәки Вәлиди урамын алғанда, ҡул яҡҡа боролор өсөн махсус уртауҙар һыҙырға кәрәк. Һөҙөмтәлә автомобилдәр бер-береһенә ҡамасауламай һәм тығындар ҙа кәмергә тейеш. Күрше Татарстандың баш ҡалаһында был тәжрибә күптән һыналған. Юл һыҙаттарының киңлеген кәметеп, уларҙың һанын арттырғандар. Һөҙөмтәлә водителдәр ҙә иплерәк йөрөй башлаған, ә Ҡазан тығындарҙан ҡотолған. Өфөгә әлегә транспорт хәрәкәтен дөрөҫ ойоштороуҙа камиллашыр нигеҙ бар. Йәйәүлеләр именлеген дә оноторға ярамай. Уҡыусыларҙы белемгә илткән хәүефле юл хаҡында Колгуевский микрорайонында йәшәүсе Вил Төхвәтуллин видео төшөргәйне. Яҙма интернет селтәрендә киң резонанс тыуҙырҙы, әммә мәсьәләне тулыһынса хәл итмәне.  Өфө урамдарында юл транспорт ваҡиғаларына бәйле фажиғә һәр мөйөштә һағалап тора. Был авария күптән түгел Октябрь Проспектында теркәлгәйне. Ике ҡабалан водитель осрашып бер нисә пассажир дауаханаға эләкте.

Әле “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль программаһы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү, светофорҙар һәм камералар урынлаштырыу эше киң йәйелдерелгән. Киләсәктә махсус алтаҡталар, “аҡыллы светофор” һәм “аҡыллы юл тамғалары”урынлаштырыу планда. Улар һауа шарттарына ҡарап тиҙлекте сикләргә, аварияларҙы иҫәкртергә ярҙам итер тип көтөлә. Проекттың беренсе өлөшө киләһе йыл тормошҡа ашырыла башлай. Ул юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын автоматлаштырыуҙы күҙ уңында тотола. Был Өфөлә тығындар мәсьәләһен дә хәл итер тигән ышанысты нығыта. Ҡалала автомобилдәр хәрәкәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә иғтибарҙа тситтә ҡалмаҫ тип ышанырға ҡала.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

 Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

 Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.  Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың...

22 января 2020
Смотреть видео Минең бизнесым | ГТРК «Башкортостан»

Минең бизнесым

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.  Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан  снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун  нигеҙендә алып барасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә.  Был турала Парламент...

22 января 2020
Смотреть видео Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең...

22 января 2020
Смотреть видео Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә

Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған. Быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй....

21 января 2020
Смотреть видео Минең бәләкәй Ватаным | ГТРК «Башкортостан»

Минең бәләкәй Ватаным

Йәштәр үҙҙәренең бәләкәй Ватаны менән таныштырыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара күргәҙмәгә йыйылды. Авторҙар үҙ эштәрендә тыуған төйәктең йылыһын сағылдырырға тырышҡан. Был йәһәттән, әрмән ҡыҙына етеүсе булманы. Ошо башҡорт рухы менән һуғарылған картиналарға  ҡарап, уның авторы әрмән ҡыҙы икәненә...

21 января 2020
Смотреть видео «Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

«Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды

Активистар алкоголь һатылған кибеттәр буйлап 400-гә яҡын рейд үткәргән һәм бихисап етешһеҙлектәргә юлыҡҡан. «Туҡта, суррогат» акцияһының тәүге һөҙөмтәләре буйынса республикала хәмер менән ағыуланыусылар һаны ярайһы ғына кәмегән. Быйыл Яңы йыл байрамдарында дауаханаға 279 кеше мөрәжәғәт иткән, ә...

21 января 2020
Яндекс.Метрика