Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Башҡортостанда инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары кәмегән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йылдың 9 ай күрһәткестәрен барланы. Ә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлешен тәнҡиткә тотто төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров 9 ай һөҙөмтәләрен барлап сыҡты. Һөйөнөр күрһәткестәр төп капиталға инвестициялар йәлеп итеүҙә – 115 процент. Бурыс алдағы йылдарҙа темпты кәметмәҫкә, йыл һайын 10 процентҡа арттарып барырға. Йыл башынан 1 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыдған, былтырғынан   6 ярым процентҡа күберәк. Ил Президентының Май указдарында билдәләнгән төп бурыстарҙың береһе үлем осраҡтарын кәметеүҙә лә тәүге яҡшы һөҙөмтәләр бар. Һуңғыһына Радий Хәбиров тағы ла бер тапҡыр иғтибар итергә саҡырҙы. Мәҫәлән, яңы йыл байрамдарында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү маҡсат.

Быны спитрлы эсемлктәр һатыуҙы өлөшләтә сикләү менән бер рәттән каникулдар ваҡытында халыҡты мәҙәни һәм спорт сараларына йәлеп итеү аша башҡарыу күҙаллана. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған темаларҙан “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлеше иғтибарға лайыҡ. Ҡайһы бер райондарҙа төҙөкләндереү эштәренең декабргә тиклем һуҙылыуында район башлыҡтары ғәйепле тине Радий Хәбиров. Төҙөкләндерелгән 107 ихатаны тикшергәндән һуң 30 процентында ғына эштәр урын-еренә еткереп башҡарылыуы асыҡланған. Республикала был эш менән шөғөлләнгән намыҫлы компаниялар етешмәүе күҙгә салына тиелде ултырышта. Бөтә етешһеҙлектәр төҙөүселәр иҫәбенә яңыртыласаҡ. Медицина белгестәренә ҡытлыҡ мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә тине Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Тармаҡҡа быйыл 371 яңы белгес өҫтәлеп килгән. Республика үҙ сиратында быға тиклем “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса дәүләт ярҙамын ала алмаған белгестәргә миллиондар таратып бирҙе. 1 мең тирәһе студент һәм 440 ординатор ай һайын 5 һәм 8 мең һум өҫтәмә стипендия ала. Тик уҡыуҙы тамамлағас улар мотлаҡ республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына эшкә ҡайтырға тейеш.

Бюджет аҡсаларын һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осрағы Ҡырымдағы Юбилейный шифаханаһыда асыҡланған. Башҡортостан ҡарамағына тапшырылған учреждениены төҙөкләндереүгә ярты миллиард аҡса бүленгәйне. Әммә етәкселек суммаларҙың бихисап өлөшөн тәләфләгән. Быға бәйле Радий Хәбиров ризаһыҙлығын белдерҙе.  Һөҙөмтәлелекте Радий Хәбиров төрлө төбәктәр һәм илдәр буйлап эшлекле сараларға йөрөргә яратҡан чиновниктарҙан да талап итә. Улар ниндәй килешеүҙәр алып ҡайтҡаны хаҡында отчет бирергә бурыслы. Республикала үткән сараларҙың шулай уҡ файҙаһы баһаланасаҡ. Быларҙың барыһы ла 2020 йылға Башҡортостандың эшлекле көндәлегендә нығытылған.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика