Йылдан йыл Башҡортостан халҡы төбәк бюджеты менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына

 Быйыл, мәҫәлән, 2020-се һәм 2021-22-се йылдарға иҫәпләнгән бюджет проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләп, теркәлгән. Шуларҙың 28-е ултырышта сығыш яһарға йөръәт итте. Улар төрлө йәмәғәт ойошмалары, халыҡ исеменән мөрәжәғәт итеп, йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы еткерҙе. Ә Вице-Премьерҙар, ведомство башлыҡтары депутаттар һәм граждандар биргән һорауҙарға яуап биреп, күреләсәк аныҡ саралар планы менән таныштырҙы. Хәҙер инде өсөнсө йыл бюджет тураһындағы закон проекты ошондай форматта тикшерелә. Киләһе йылдарҙа ла Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала.

Бүленгән сығымдарҙың күп өлөшө һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, милли иҡтисад һәм мәғариф тармаҡтарына бүленә. Был маҡсатта 2020 йылда бюджеттың килеме 194 миллиард һум, ә сығымдары 220 миллиард һумдан билдәләнгән. Йылдан йыл сығымдар кәмеп, ә килем киреһенсә арта барасаҡ, тип күҙаллана. Йәмәғәт тыңлауҙарында индерелгән барлыҡ тәҡдимдәр һәм күрһәтмәләр депутаттар тарафынан тикшерелеп, бюджет тураһында закон проектына индереләсәк. Башҡортостандың төп финанс документы йыл аҙағында ҡабул ителер тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла.  Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылған был һәйкәл Кәҫле заводында ҡойолғайны. Әле биләмәне төҙөкләндереү, уның тирә-яғын матурлау бара. һәйкәл нигеҙен нығыттыу тамаланғас, бында  эскәймәләр ҙә ҡуйыласаҡ. 

5 июня 2020
Смотреть видео Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк

Баш ҡалала серәкәйҙәргә ҡаршы көрәшәләр. Өфөнөң үҙәк парктары һәм скверҙарында ҡан эскес бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн дезинфекциялау саралары уҙа. Серәкәйгә ҡаршы махсус саранан башҡа был ғаилә урамға сыҡмай. Солтановтарҙың бөжәк ағыулау арсеналына дарыухана үҙе ҡыҙығыр ине. Былтыр Солтановтар йорт...

5 июня 2020
Смотреть видео Медицина костюмдары тегелә | ГТРК «Башкортостан»

Медицина костюмдары тегелә

Башҡортостанда КОВИД 19 сирен дауалау менән шөғөлләнгән госпиталдәр өсөн махсус костюмдар тегелә. Һыу үтмәгән ныҡлы туҡыма, шулай уҡ тәнгә ул уңайлы һәм тынсыу түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия осоронда ошондай кейемдәр менән тәъмин итеү айырыуса мөһим. Нефтекама ойошмаһының тегеү цехы күп...

5 июня 2020
Смотреть видео Инфекция госпитале эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Инфекция госпитале эш башланы

Өфөлә яңы төҙөлөп асылған инфекция госпитале тәүге сирлеләрҙе ҡабул итте. 55  көн эсендә сафҡа тапшырылған дауахана  коронавирус йоҡторған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ә хәстәханаға һалынған сырхауҙарҙың бөгөнгә сәләмәтлеге уртаса тип баһалана. Заманса  ҡоролмалар менән...

5 июня 2020
Смотреть видео Республикала юлдар төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юлдар төҙөлә

Башҡортостанда быйыл мең километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Трассаларҙың айырым өлөшөн тәртипкә килтереү билдәләнгән мөҙҙәттән алдараҡ бара. Стәрлетамаҡ менән Салауат араһындағы магистраль, Стәрлетамаҡтағы...

5 июня 2020
Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Яндекс.Метрика