Сәйетбаба сыры республика кәштәләрен яулай

Сыр сифаты саф һөт менән махсус әсеткегә бәйле. Ярты сәғәттән һуң ошо  ойоған һөттән эремсек эретеп һарҡытыла.  10-11 кг әҙер сырға 100 литр һөт талап ителә. Оҫтаға  ҡыйынлыҡтар юҡ.  Тәмле һәм йомшаҡ сыр алыр өсөн бары технологияны дөрөҫ үтәргә кәрәк. Цехта етештерелгән бар төр сырҙарҙың нигеҙендә ошо ҡатышма ҡулланыла. Сулугуни биш сәғәт әҙерләнә.  Һуңынан һыуытҡысҡа оҙатыла. Сырҙың төрөнә ҡарап әҙерлек ваҡыты ла үҙенә айырым. Цех  оҫталарының ғорурлығы үрелгән ыҫланған сыр. Бында ул көнөнә  500 берәмек етештерелә.  Төтөн өсөн иһә тик ысын ерек тапсығы көйрәтелә. Сырҙың тәменә ағас төрө лә йоғонто яһай. Цех бер юлы меңдән ашыу үрелгән сыр ыҫлауға иҫәпләнгән. 6-8 сәғәт эсендә үҙенсәлекле ризыҡ әҙер. Күрше цехта йүнселдәр балыҡ ыҫлау цехын да асҡан. Тоҙланған балыҡты ептәр менән бәйләгәс теҙеп элеп ҡуябыҙ.

12 сәғәт киптерелә һәм 12 сәғәттән ашыу ыҫлана. Ғөмүмән, балыҡты ыҫлау өсөн 5 көн үтә. Диңгеҙ балыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Туңдырылған скумбрия, көмрө балыҡ,  бағыр күмәртәләп һатып алына һәм цехта тоҙлана. Балыҡ ыҫлау менән Айрат Шаймәрҙәнов бер нисә йыл шөғөлләнә, ә быйыл яңы кәсеп өсөн айырым цех төҙөп күпләп етештерә башлағандар.3 йыл элек Өфө егеттәре Морат Шаймәрҙәнов менән Радик Йосоповтың Сәйетбаба ауылын сыр етештереү урыны булараҡ һайлауы ла осраҡлы түгел. Бында иң тәмле һөт һауып алына, ти йәш эшҡыуарҙар.  Һыйыр һөтө шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан йыйыла, әммә әлегә тик һыналған хужаларҙан. Киләсәктә сыр етештереүҙе арттырыу маҡсаты тора, бының өсөн цехта сыр ҡайнатыу, һөттөң ҡуйылығын, тығыҙлығын, әселеген билдәләү өсөн махсус ҡорамалдар һәм йыһаздар, һыуытҡыстар бар. Әлегә төп мәсъәлә – аҙыҡты сауҙаға күпләп  сығарыу.

Логистика үҙәге кәсепселәр етештергән аҙыҡ-түлекте бер урынға туплап һатыу мәсъәләһен еңеләйтәсәк һәм тауарҙың хаҡын түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.  Эшҡыуарҙар сырҙың башҡа төрҙәрен дә етештерергә әҙер. Әле һыуытҡыс кәштәләре сырҙың ҡаты төрө менән тулы. Ул бер нисә йылдан һуң ғына  әҙер буласаҡ.  Импорт алмаштырыу маҡсатында сыр етештереүҙе ойоштороп бөгөн Башҡортостан тәжрибәле йүнселдәр һәм сыр оҫталары төбәге исеменә дәғүә итә.

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

 Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

 Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.  Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың...

22 января 2020
Смотреть видео Минең бизнесым | ГТРК «Башкортостан»

Минең бизнесым

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.  Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан  снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун  нигеҙендә алып барасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә.  Был турала Парламент...

22 января 2020
Смотреть видео Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең...

22 января 2020
Смотреть видео Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Еңеү көнөнә әҙерләнә

Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Яугир һәйәкәлдәренә сәскәләр һалыу, Һуғыш тураһында спектакль һәм фильмдар ҡарау, концерт, флешмобтар, ветерандарға хөрмәт күрһәтеү акциялары ҡаралған. Быйыл республикала беренсе тапҡыр тынлы оркестрҙар марш-...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй....

21 января 2020
Смотреть видео Минең бәләкәй Ватаным | ГТРК «Башкортостан»

Минең бәләкәй Ватаным

Йәштәр үҙҙәренең бәләкәй Ватаны менән таныштырыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара күргәҙмәгә йыйылды. Авторҙар үҙ эштәрендә тыуған төйәктең йылыһын сағылдырырға тырышҡан. Был йәһәттән, әрмән ҡыҙына етеүсе булманы. Ошо башҡорт рухы менән һуғарылған картиналарға  ҡарап, уның авторы әрмән ҡыҙы икәненә...

21 января 2020
Смотреть видео «Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

«Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды

Активистар алкоголь һатылған кибеттәр буйлап 400-гә яҡын рейд үткәргән һәм бихисап етешһеҙлектәргә юлыҡҡан. «Туҡта, суррогат» акцияһының тәүге һөҙөмтәләре буйынса республикала хәмер менән ағыуланыусылар һаны ярайһы ғына кәмегән. Быйыл Яңы йыл байрамдарында дауаханаға 279 кеше мөрәжәғәт иткән, ә...

21 января 2020
Яндекс.Метрика