Башҡортостандың да хәҙер үҙ Baby –театры бар

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ремонтҡа ябылһа ла бәләкәс тамашасыһын  ҡабул итергә әҙерләнә. Театрҙа  бәләкәй залдың ҡап уртаһында серле  ҡыуыш  көтә сабыйҙарҙы. Режиссер актерҙар менән тәүге спектакль өҫтөндә эшләй. Ул “Һауанан ергә тиклем” тип атала һәм бәләкәстәргә ошо арауыҡҡа ингән төшөнсәләр менән яҡыныраҡ танышырға  тәҡдим итә. Спектаклдә ни бары дүрт актер уйнай: Лилиә Ғәлина, Юнир Ҡоланбаев,   Морат Рафиҡов һәм Әлфирә Зәһиҙуллина. Актерҙарҙың тамашасыһы алдында хасил булғанынан, йөҙ-ҡиәфәте, хәрәкәттәренән алып көйгә, яҡтылыҡҡа тиклем барыһы ла балаларҙың иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Эштең төп маҡсаты ла –  театрҙы яратҡан тамашасы  тәрбиәләү.

Режиссер менән бергә рәссам Павла Никитина, балетмейстер Алина Мостаева, композитор һәм  анимация буйынса рәссам Әмир Ғәлиәскәров та Baby-спектакль өҫтөндә эшләй.  Baby-театр балалар өсөн классик театрҙан айырылып тора, сөнки залда хатта иң бәләкәстәр ҙә үҙен уңайлы тоясаҡ. Әгәр ҙә бәләкәй тамашасы булһам, миңә бэби-театр оҡшар ине. Сөнки ҡатылығына, ҙурлығына, йомшаҡ булыуына ҡарап ултырғысты үҙем һайлайым. Оҡшаған ергә ултырам, теләйем икән ике ҡатлап та  ултырам. Ятып ҡарарға ла мөмкин. Үҙем нисек теләйем, шулай ҡарайым спектаклде. Иң мөһиме — бәләкәстәргә күңелле, улар күп нәмәләр менән таныша, ә ата-әсәләр күңелдәре менән ял итә. 24 ноябрҙә сәғәт көндөҙгө 4-тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында  башҡорт Baby –театры бәләкәй тамашасыһын  һәм уның яҡындарын  көтә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла.  Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылған был һәйкәл Кәҫле заводында ҡойолғайны. Әле биләмәне төҙөкләндереү, уның тирә-яғын матурлау бара. һәйкәл нигеҙен нығыттыу тамаланғас, бында  эскәймәләр ҙә ҡуйыласаҡ. 

5 июня 2020
Смотреть видео Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк

Баш ҡалала серәкәйҙәргә ҡаршы көрәшәләр. Өфөнөң үҙәк парктары һәм скверҙарында ҡан эскес бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн дезинфекциялау саралары уҙа. Серәкәйгә ҡаршы махсус саранан башҡа был ғаилә урамға сыҡмай. Солтановтарҙың бөжәк ағыулау арсеналына дарыухана үҙе ҡыҙығыр ине. Былтыр Солтановтар йорт...

5 июня 2020
Смотреть видео Медицина костюмдары тегелә | ГТРК «Башкортостан»

Медицина костюмдары тегелә

Башҡортостанда КОВИД 19 сирен дауалау менән шөғөлләнгән госпиталдәр өсөн махсус костюмдар тегелә. Һыу үтмәгән ныҡлы туҡыма, шулай уҡ тәнгә ул уңайлы һәм тынсыу түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия осоронда ошондай кейемдәр менән тәъмин итеү айырыуса мөһим. Нефтекама ойошмаһының тегеү цехы күп...

5 июня 2020
Смотреть видео Инфекция госпитале эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Инфекция госпитале эш башланы

Өфөлә яңы төҙөлөп асылған инфекция госпитале тәүге сирлеләрҙе ҡабул итте. 55  көн эсендә сафҡа тапшырылған дауахана  коронавирус йоҡторған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ә хәстәханаға һалынған сырхауҙарҙың бөгөнгә сәләмәтлеге уртаса тип баһалана. Заманса  ҡоролмалар менән...

5 июня 2020
Смотреть видео Республикала юлдар төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юлдар төҙөлә

Башҡортостанда быйыл мең километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Трассаларҙың айырым өлөшөн тәртипкә килтереү билдәләнгән мөҙҙәттән алдараҡ бара. Стәрлетамаҡ менән Салауат араһындағы магистраль, Стәрлетамаҡтағы...

5 июня 2020
Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Яндекс.Метрика