Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым

Шәхси эшҡыуар булып теркәлмәгән, әммә аҡса табыусылар килеменә һалым индереләсәк. Әлегә был тәжрибә Рәсәйҙең дүрт төбәгендә үтә. Ошо исемлеккә Башҡортостан да ҡушыласаҡ.  Был ғәмәл кеше бизесты законлы рәүештә алып барһын өсөн индерелә. Өйҙә үҙҙәренең бәләкәй генә эше менән шөғөлләнеүселәр яңылыҡты нисек ҡабул итә. Ҡойҡа ашын бешереп һыуытҡас, икенсе көнөнә үк ашаһаң тәмлерәк була, ти йәш хужабикә Зарина Рәшитова. Ә бына билмән, кәбеҫтәгә төрөлгән итте ярымфабрикат эшләп туңдырһаң яйлыраҡ. Үҙ ғаиләһен тәмле ит аштары менән һыйларға яратҡан хужабикәнең шөғөлө үҙе лә һиҙмәҫтән бәләкәй генә бер эшҡыуарлыҡҡа әйләнгән. Зарина Рәшитованың ярымфабрикаттарын тәмләргә теләүселәр һаны көндән-көн арта. Сифатлы аҙыҡ менән сәләмәт туҡланыуҙы ҡайғыртыусыларға ихлас ярҙам итәм, тей йәш әсәй.

Зарина артабан эшен законлы рәүештә, йәғни, дәүләткә һалым түләп алып барырға уйлай. Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым ставкаһы был осраҡта 4 процент. Ләйсән Имелбаева ла законлы рәүештә эшләүҙе яйлы тип һанай. 3 бала әсәһе күңеленә оҡшаған шөғөлдө декрет ялында тапҡан. Ижади хыялдарын үҙенең аш бүлмәһендә тормошҡа ашыра. Туҡтауһыҙ эшләгән миксер, тәмле еҫтәр, ҡупшы биҙәлгән торт, капкейктар йәш әсәнең хеҙмәт сағылышы һәм төп килем сығанағы. Хужабикә киләсәктә ресторандар менән эшләргә ниәтләй. Ә бының өсөн кәрәкле һалымдарҙы түләргә кәрәк. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең дүрт төбәгендә – Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә Калуга өлкәһендә, Татарстанда, тәжрибә булараҡ, үҙ эшен асҡан граждандарға һалым режимы индерелгән. Исемлеккә Башҡортостан да ҡушылырға ниәтләй. Һөнәри эшмәкәрлеккә һалым ставкаһы тауар һатыусыларға– 4 процент, юридик шәхестәр менән эшләүселәргә 6 процент тәшкил итәсәк. Бының өсөн башта өйҙә үҙҙәренең бәләкәй бизнесы менән булышҡан кешеләр һалым органының “Минең һалымым” ҡушымтаһында теркәлергә тейеш.Артабан һөнәри эшмәкәрлекте законлы рәүештә алып барырға мөмкин.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла

Бөрйәндә башҡорт халыҡ эпостарында һүрәтләнгән Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыла.  Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылған был һәйкәл Кәҫле заводында ҡойолғайны. Әле биләмәне төҙөкләндереү, уның тирә-яғын матурлау бара. һәйкәл нигеҙен нығыттыу тамаланғас, бында  эскәймәләр ҙә ҡуйыласаҡ. 

5 июня 2020
Смотреть видео Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Серәкәйҙәр юҡ ителәсәк

Баш ҡалала серәкәйҙәргә ҡаршы көрәшәләр. Өфөнөң үҙәк парктары һәм скверҙарында ҡан эскес бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн дезинфекциялау саралары уҙа. Серәкәйгә ҡаршы махсус саранан башҡа был ғаилә урамға сыҡмай. Солтановтарҙың бөжәк ағыулау арсеналына дарыухана үҙе ҡыҙығыр ине. Былтыр Солтановтар йорт...

5 июня 2020
Смотреть видео Медицина костюмдары тегелә | ГТРК «Башкортостан»

Медицина костюмдары тегелә

Башҡортостанда КОВИД 19 сирен дауалау менән шөғөлләнгән госпиталдәр өсөн махсус костюмдар тегелә. Һыу үтмәгән ныҡлы туҡыма, шулай уҡ тәнгә ул уңайлы һәм тынсыу түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен пандемия осоронда ошондай кейемдәр менән тәъмин итеү айырыуса мөһим. Нефтекама ойошмаһының тегеү цехы күп...

5 июня 2020
Смотреть видео Инфекция госпитале эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Инфекция госпитале эш башланы

Өфөлә яңы төҙөлөп асылған инфекция госпитале тәүге сирлеләрҙе ҡабул итте. 55  көн эсендә сафҡа тапшырылған дауахана  коронавирус йоҡторған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Ә хәстәханаға һалынған сырхауҙарҙың бөгөнгә сәләмәтлеге уртаса тип баһалана. Заманса  ҡоролмалар менән...

5 июня 2020
Смотреть видео Республикала юлдар төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юлдар төҙөлә

Башҡортостанда быйыл мең километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Трассаларҙың айырым өлөшөн тәртипкә килтереү билдәләнгән мөҙҙәттән алдараҡ бара. Стәрлетамаҡ менән Салауат араһындағы магистраль, Стәрлетамаҡтағы...

5 июня 2020
Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Яндекс.Метрика