Цифралашҡан мәғариф мөхите

 “Цифралашҡан мәғариф мөхите” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Өфө районы Миловка мәктәбе өр-яңы йыһаздар алды. Хәҙер бында уҡыу йылының икенсе сирегенән дәрестәр компьютер ярҙамында ойошторола. Дәфтәр менән ҡәләм, таҡта менән аҡбур яйлап тарихҡа күсә. Тәжрибәләр өсөн махсус ҡоролма-йыһаздар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Физика дәрестәренең лаборатория эштәре хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта үтә. Лаборатория цифралы, уҡытыусы тейешле күрһәткестәрҙе интерактив таҡтала теркәй, уҡыусылар иҫәпләүҙәрҙе планшетта башҡара.

Айырыуса зирәктәре ошонда уҡ “калькулятор”, “белешмә” кеүек ярҙамсы ҡушымталарҙы файҙаланып өлгөрә. Сираттағы дәресте ошо уҡ бүлмәлә шул уҡ йыһаздар менән география уҡытыусыһы үткәрә. Лилиә Шәйхисламова мәктәптә бишенсе йыл эшләй. Белем биреүҙең цифралы тәртипкә күсеүен уңайлы, мауыҡтырғыс һәм заман талаптарына тап килә, тип хуплай. Химия уҡытыусыһы яңы йыһаздарға тейешле баһа бирергә әле өлгөрмәһә лә, уҡыусылар менән локаль селтәрҙә дәрес алып барыуға шат.  Цифра белем үҙләштереүҙең яңы мөмкинлектәрен аса, ти Лилиә Зөбәйер ҡыҙы. Интерактив йыһаздарға иң ныҡ һөйөнгәне, әлбиттә, балалар. Һорау, мәсьәләгә яуапты таҡтаға сығып түгел, ә урындан ғына табып, планшет аша уҡытыусыға тапшырыу замана балалары өсөн тәбиғи күренеш. Улар тап шундай ысул менән белем алыу яҡлы. Мауыҡтырғыс сәйәхәт формаһында. Имтихандарға әҙерләнеү ҙә хәҙер ҡатмарлы йөкләмә түгел. Уңайлы белешмәләр эште күпкә еңеләйтә. Миловка ауылы мәктәбендә 450-нән ашыу бала белем ала. Уҡытыусылар эшенә ижади ҡарашта. Йәш быуынды тормошсан рухта тәрбиәләйҙәр. Балалар хеҙмәткә, буласаҡ һөнәр һайлауға етди ҡарай. Цифралашҡан мәғариф дәүерендә лә уҡыусылар виртуаль ысынбарлыҡ файҙаһына ғәмәлдәгеһенән баш тартмай. Быны ошо һынау мөйөшө дәлилләй. Тәбиғи фәндәр дәрестәрендә балалар төрлө шарттарҙа үҫентеләр үҫтереп тәжрибә алып бара.

Тупраҡтың уңдырышлыҡ кимәлен тикшерәһеңме, һыуҙың сифатын асыҡларға теләйһеңме – мәктәптә ғәмәли лаборатория ла бай.   Интерактив таҡталар ҙа электән ҡулланыла. Яңы йыһаздар “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә быйыл октябрҙә алынған.  “Цифралы белем биреү мөхите” төбәк программаһын үтәр өсөн 2019 йылда Башҡортостанға “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 128 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республика мәктәптәрендә белем биреүҙе цифралаштырыу дауам итә. Был маҡсатҡа  2022 йылға тиклем йәнә 2 миллиард һум аҡса бүленә.  “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты — заманса хәүефһеҙ цифралаштырылған белем биреү мөхитен булдырыу. Уҡыуҙың һәр төрө һәм кимәлендә юғары сифаттарға өлгәшер өсөн.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана

Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә...

20 октября 2020
Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Яндекс.Метрика