Ишембай районы “Алға” зонаһына инергә әҙерләнә

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда айырым иҡтисади биләмә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бых хаҡта Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәре барышында белдерҙе.

Ишембай районы “Алға” зонаһына инергә әҙерләнә. Айырым иҡтисади биләмә проекты әле федераль хөкүмәт раҫлауын көтә. Ишембайҙа иһә бөгөн биләмәнең тәүге резиденттары бар. Республика башлығы “Технолоджи” предприятиеһы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Инвестиция проекты буйынса бында 100-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килә. Завод диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары етештереүҙе яйға һалған.

Етештереү ҡеүәте республика юл-урамдарын яҡтыртыусы һаҡсыл һәм уңайлы лампалар менән тәьмин итергә етә. Складтарҙа 12 мең әҙер яҡтыртҡыс һатып алыусыһын көтә. Радий Хәбиров был уңайҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына “Яҡты ҡала” программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән “Йәмәғәт биләмәләре сәғәтен” ойоштороп мәсьәләне хәл итеү йөкләмәһен бирҙе.

Ишембайға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров райондың бер нисә социаль объектын ҡарап урындағы халыҡ менән аралашты. Ҡаланың Юрматы биҫтәһендә 1600-ҙән ашыу кеше йшәй. Былтыр декабрь айында халыҡ һыу-ткәргес, газ яғыулығы, юлдар, тротуарҙар юҡлығына зарланғайны. Хакимиәт башлығы Азамат Абдрахманов бөгөн йорттарға һыу, газ үткәреү ҡоролмалары төҙөлөшө әүҙем барғанын белдерә.

Иҫке Ишембай ауылында “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһы буйынса “Йондоҙ” мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән. Бинаның ҡыйығы алмаштырылған, зал яңыртылған. Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы республика һәм мунициапль бюджеттар иҫәбенә финанслауға ҡушып шәхси кешеләр иғәнәләрен күҙ уңында тота. Республика башлығы халыҡтың әүҙемлеген ыңғай баһаланы. Ошо уҡ ауылда медицина пункты ла яңынан асылған. 2014 йылда оптималләштереү программаһына ярашлы ябылған бинала район хакимиәте иҫәбенә ремонт яһалған. Райондың Петровское ауылында иһә капиталь ремонттан һуң участкаһы дауаханаһы эш башлаған. Ул бер нисә ауыл халҡын, йәғни биш мең ярымдан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Дауахананың амбулаторияһы, 10 карауатҡа иҫәпләнгән көндөҙгө стационары һәм паллиатив бүлеге бар. Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ юҡ, табиптар етерлек. Маҡар урман хужалығының элекке бинаһын ҡайтанан ҡороуға сығымдар “Башнефть” компанияһы тарафынан социаль маҡсатлы программалар фонды аша бүленгән. Инвестициялар иҫәбе 23 миллион һум.

Республика башлығы Петровское ауылындағы балалар йорто бинаһын төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһен дә белеште. Етемдәрҙе Каринэ Хәбирова үҙ ҡарамағына алғайны, ремонт эштәрен дә ул даими контролдә тотҡан. Әле бында 23 бала тәрбиәләнә. Йортта бүлмәләр ғаилә фатиры өлгөһөндә урынлашҡан. Йоҡо бүлмәләре, ашхана, ҡунаҡ залы бар. Класс бүлмәләре, тегеү һәм балтасы оҫтаханаһы, тренажер залы эшләй. Эргә биләмәлә балалар һәм спорт майҙансығы ҡаралған. Заман талаптарына тап килгән уйын майҙансыҡтары хәҙер ауылдарҙа ла йыш күренеш. Радий Хәбировтың тыуған ауылы Һайранда халыҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе һанап бөтә алмай.

Ауыл халҡы республика башлығына рәхмәтен күҙгә-күҙ еткерә. Хәтирәләр, тәьҫораттар, киләсәккә маҡсаттар уртаҡлашыуҙар  урамдағы сатлама һыуыҡҡа ҡарамаҫтан йылы һәм ихлас күңелдән.

Йәшәү өсөн бар шарттар булдырылған Һайран бөгөн яңы һулыш ала. Ауылда тормош уңайлыҡтары һәм хәүефһеҙлек сараларын хәстәрләү киләсәктә лә дауам итәсәк. 

Республика башлығы ауылдаштарына тиҙҙән янғын һүндереү станцияһы төҙөлөшө башланасағын белдерә. Һыуүткәргесте төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу эштәрен иһә “Башнефть” компанияһы үҙ иңенә алған. Һайранда өр-яңы фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылған. Мәктәптең тышҡы һәм эске өлөшөндә капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Радий Хәбировты уҡыусылар йылы ҡаршыланы. Бында 32 бала уҡый. Мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөнә ун бала йөрөй. 

Ишембайҙа Радий Хәбиров үҙе йәшәгән йорт ихатаһында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә үтәлгән эштәр һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәтендә иһә “Хакимиәт башлығы сәғәтен” үткәрҙе. Төбәктең социаль-иҡтисади күрһәткестәре ыңғай. Радий Хәбиров райондың “Алға” биләмәһенә инергә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды. Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, нигеҙле 15 резидент бар, әле инвесторҙар менән килешеүҙәр ҡорола. 

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһында ҡатнашыусылар ҙа был көндө Республика башлығын ихлас ҡаршыланы. Байрамда төрлө тармаҡта уңыш ҡаҙанған әүҙем гүзәл зат вәкилдәре ҡатнаша. Көн  дауамында бында бихисап күргәҙмәләр эшләне. Радий Фәрит улы сәләмәтлек, матурлыҡ, балалыҡ һәм ғаилә биләмәләре менән танышты. Республика башлығы ханымдарҙы етеп килгән әсә көнө менән ҡотлап, уларға тыуған район, республика, үҙ ғаиләләре, тормош иптәштәре, балалары һәм туғандары хаҡына башҡарылған эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Яндекс.Метрика