Водителдәр әлегә наркотик һәм алкоголгә тест бирмәйәсәк

Наркологҡа сират теҙгән чиновница үҙ язаһын алды – ул эшенән бушатылды. 22 ноябрҙән водителдәр өсөн медицина тикшереүе үтеүҙә яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инергә тейеш ине. Ете үлсәмәй ҡабул ителгән ҡарар арҡаһында дауаханаларҙа сират теҙелде, юҡ хаос барлыҡҡа килде.

Бындай сыуалыш булыр, тип бер кем дә көтмәй. Төртөш, ҡысҡырыш, халыҡ һуңғы көндө осһоҙ хаҡҡа медицина тикшереүен үтергә теләп оҙон сират ойоштора. Бындай хәл справкаларға хаҡ күтәрелеү менән бәйле. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла наркология диспансерҙарына ошондай уҡ ҙур сират күҙәтелгән. Ҡаҙан ҡалаһында сиратта торған ир үҙен насар тоя һәм вафат була.

Кешеләр водитель таныҡлығы алыу өсөн медицина тикшерелеүенә 720 һум түләһә, 22 ноябрҙән уның хаҡы 5-7 мең һумға тиклем артыуы хаҡында яңылыҡ ошондай ығы-зығыға килтерә. Хаҡтар артыуы яңы төр анализдар тапшырыу талабы менән бәйле, тип билдәләнә. Әгәр ҙә әлегә тиклем махсус комиссия алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға шиктәр тыуғанда ғына ҡәҙимге анализдарҙы тәғәйенләһә, яңы ҡағиҙәләр буйынса руль артына ултырырға теләүсе һәр кеше үҙенең айыҡлығын дәлилләргә тейеш. Йәғни даими төшөрөргә яратыусылар бер көн айныҡ булып анализ тапшырһа ла, ҡандағы алкоголь миҡдарын табыусы маркер 3-4 аҙна элек ҡулланғанын да күрһәтәсәк. Яңылыҡ руль артына хроник эскеселәрҙе, наркотик матдә ҡулланыусыларҙы ултыртмау өсөн эшләнә.

Рәсәй президенты был хәлде тәнҡитләй һәм һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова водителдәргә медицина тикшерелеүҙең яңы тәртибен ғәмәлгә индереүҙе кисектерергә ҡарар итте. Водитель таныҡлығын алыр алдынан наркотиктарға һәм алкоголгә тест 2020 йылдың 1-се июленән генә тапшырыла башлар тип көтөлә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

10 часов 41 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

10 часов 42 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

10 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

10 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

10 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы

Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте.  Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив...

10 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә сыҡҡан янғын бөгөн иртәнге етенсе яртыла тулыһынса һүндерелде.  Был турала заводтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын башланғас та бензин, башҡа яғыулыҡ биреү туҡтатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бер кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәтләнгән...

10 часов 46 минут назад
Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

25 января 2021
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Яндекс.Метрика