Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға 5 йыл

Ил етәксеһенә туранан тура мөрәжәғәт итеү өсөн Мәскәү Кремленә барыу мотлаҡ түгел. Рәсәйҙең һәр административ үҙәгендә Президент ҡабул итеү бүлмәләре асыҡ. Өфөләге ошондай бүлмә Волга буйы федераль округында иң ҙурҙар иҫәбендә. Бында халыҡты борсоған төрлө мәсьәләләрҙе теркәү, иҫәптә тотоу һәм хәл итеү өсөн бөтә шарттар бар. Анжелика Әкрәмова ошо иркен фатирҙы алыуына һөйөнөп бөтә алмай. 10 ярым квадрат метрҙа бишәүләп тора инек, ти. Аҙ килемле һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа баҫҡандан һуң бер йылдан да үҙгәреш көтөлмәгәс, Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иттем, тип хәтерләй Анжелика Альберт ҡыҙы. Үтенесе тиҙ арала ыңғай хәл ителгәс, хужабикә ғәҙеллеккә өмөт бағлаусы бар таныштарына ла Рәсәй Президенты ҡабул итеү бүлмәһен кәңәш итә. Белгестәр итәғәтле, һәр һорауға тулы яуап бирә, ни тиклем ҡатмарлы мәсьәлә менән килеүсене лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай, тип раҫлай.  Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә йылына уртаса 1300 кеше мөрәжәғәт итә. Улар араһында көнкүреш мәсьәләләре лә, етди иҡтисади проблема менән килеүселәр ҙә бар. Үтенестәрҙең һәммәһе лә иғтибарға алына һәм тейешенсә хәл итеү юлын таба. Торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, ауылға газ үткәреү, эсәр һыу менән тәьмин итеү, мәктәп төҙөкләндереү, юлдар һалыу. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуап эҙләп килеүселәр ҡайһы саҡта артыҡ тулҡынланып та китә, ти ҡабул итеү бүлмәһе фельдшеры Рәйхана Ниғмәтуллина. Ғәҙәттән тыш осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн медицина белгесе һаҡта тора. Ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре заманса техника йыһаздары, электрон документтар әйләнешен тәьмин итеү сараларын ҡулланып, граждандарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирә. Волга буйы федераль округында Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙур төбәк булыуы сәбәпле ҡабул итеү бүлмәһенең күсмә комплексы ла булдырылған. Һуңғы өс йылда граждандарҙан ике мең ярым мөрәжәғәте ҡабул итеү автобусы аша теркәлгән. Ай һайын бында тематик ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторола. Ғәмәлдәге закондарға аңлатма биреү, кешеләрҙең ғаризаларын конторлгә алыу һәм үтенестәрен ыңғай хәл итеү өсөн бөгөн был иң ҡулай сара, тип танылған. Видеоконференция, күсмә ҡабул итеү ысулын ҡулланып Рәсәй Президенты хакимиәтенең вазифалы шәхестәре шәхси ҡабул итеүҙәр ҙә үткәрә. Граждандар мөрәжәғәттәренең һаны һәм үтенестәрҙең ыңғай хәл ителеше буйынса Башҡортостан иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты үткәргән тикшереүҙәр шуны иҫбатлай. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика