Алкоголь һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға тәҡдим итәләр

 Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йүнәлтелгән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Яңы йыл байрамдары ваҡытында эскелекте мәҙәни саралар һәм спорт менән алмаштырыу юлдарын тәҡдим итәләр. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһының Австрияға һөҙөмтәле эш сәфәрен билдәләп үтте. Еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм экология йүнәлешендә һөҙөмтә бирер проекттарға нигеҙ һалынған. Һөҙөмтә биргән килешеү был көндәрҙә Башҡортостан, ВТБ банкы һәм “Башҡортостан концессия компанияһы” араһында төҙөлдө. Ул Өфөнөң “Көнсығыш үткәүеле”нә бәйле.

Тоннелде төҙөп бөтөү, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалыу һәм 10 километрлыҡ 4 һыҙатлы трасса төҙөү 33 миллиард ярым һумға төшә. Тәү килешеү буйынса сығымдарҙың күп өлөшөн Башҡортостан бюджетынан алырға килешелгәйне, яңыһы буйынса республика ҡаҙнаһынан сығымдар 10 миллиардҡа кәметелде. Республика өсөн генә түгел Рәсәй өсөн уникаль проект иғтибарға лайыҡ тине хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. Төҙөлөш эштәренең башланыуын ил етәкселеге ҡатнашлығында билдәләргә тәҡдим итте. Әйткәндәй, 1992 йылдан алып эштәр туҡтатылған тоннелдә 20 ғинуарҙан төҙөлөш тергеҙелә тиелде кәңәшмәлә. Белем биреү усаҡтарында балаларҙы ашатыу мәсьәләһе был юлы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар күҙлегенән баһаланды. Мәктәп һәм балалар баҡсаларында ашханалағы ҡоролмаларҙың 63-65 проценты иҫкергән, ә ашнаҡсыларҙың уртаса йәше – 58.

Тәүгеһен хәл итер өсөн ярты миллиард талап ителә. Радий Хәбиров республиканың бер юлы уны хәл итер мөмкинлеге юҡ, ә бына кадрҙар буйынса хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер саралр күрергә ҡушты. Яңы йыл байрамдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙер. 3 ғинуар – бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6 ғинуар көндәрендә алкоголде иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө сәғәт икегә тиклем генә алырға мөмкин буласаҡ. Сикләү закон проектына индерелгән һәм Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡлаған осраҡта яҡын арала ҡабул ителәсәк.

Оҙайлы байрамдар файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн “ғаилә каникулдары ойоштороласаҡ. Бөтә саралар планы яңы йыл көндәлегенә индереләсәк. Уны интернетта “Культурный мир Башҡортостана” порталында табырға мөмкин. Бөгөндән башҡараһы эштәр исемлегендә барлыҡ муниципалитеттарҙа боҙ ҡаласыҡтары төҙөү, уларҙың һаны быйыл йылдағынан күберәк – 1 мең 100 тирәһе буласаҡ. Республикала быйыл беренсе тапҡыр 9 майҙанда пикселле яһалма шыршылар ҡуйыласаҡ. Уларҙың береһе “Торатау” Конгресс-Холлы янындағы майҙанда булыр тип көтөлә. Барлыҡ район үҙәктәре һәм ҡалаларҙа яңы йылдың төп символын урынлаштырыуҙы 10 декабргә тиклем башҡарыу бурысы ҡуйылған. Ә 1 декабргә тиклем бөтә урамдар байрамса биҙәлеш аласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020