Интернатым – пар ҡанатым

Республиканың иң төп урта белем биреү йорттарының береһе-  Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең юбилейын билдәләне. 75 йыл эсендә белем усағын 13 меңгә яҡын уҡыусы тамамлаған. «Торатау» Конгресс-Холлында үткән байрам тантанаһына төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, уҡытыусы-ветерандар, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Торатау Конгресс-холлы фойеһында алма төшөр ҙә урын юҡ. Халыҡ ҡайнап тора. Синыфташтар менән осрашыуҙар,уҡытыусы-тәрбиәселәр менән йылы ҡосаҡлашыуҙар, дәртле көйҙәр һәм бейеүҙәр.

Уларҙың барыһын да бер шатлыҡ берләштерә – тыуған гимназия-интернаттың75 йыллыҡ юбилейы. Кемдәр генә юҡ бында, әйтерһең республиканың күпселек зыялыйҙары тап ошо уҡыу йортон тамамлаған. Араларында 6 академик, 30-ҙан ашыу фән докторы, 100-ләгән фән кандидаты, яҙыусылар, артистар, табиптар һәм төҙөүселәр, спортсылар-донъя чемпиондары, абруйлы уҡытыусы һәм журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре бар. 75 йыл эсендә белем усағын 13 меңгә яҡын уҡыусы тамамлаған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1944 йылда Өфөнөң 9-сы башҡорт мәктәбе янында балалар өсөн махсус интернат төҙөлә. Дәүләт тарафынан тулы тәьмин ителгән 200 балалыҡ пансионда башта Өфө балалары ғына уҡыһа, аҙаҡ төрлө райондарҙан аталары фронтта һәләк булған балалар килә башлай. Уларҙың һәр береһендә белемгә ынтылыш ҙур була.Гимназистар араһында үҙенсәлекле туғанлыҡ тойғоһо бар.

Был уҡытыусы һәм  тәрбиәселәребеҙҙең ошо хисте күңелгә һала белеүенән, ти улар.Милли кадрҙар тәрбиәләүҙә лә уҡыу йорто беренселәр рәтендә. Тәрбиәсе Миңзәлә Мәүлит ҡыҙы ошо мәктәп-интернатты тамамлаған.Юғары белем алып тәжрибә туплағас гимназияға эшкә килә. Хәҙер инде 28 йыл тәрбиәсе вазифаһын үтәй. Байрамға килеүсе кемдән генә һорама тулҡынланып хәтирәләре менән уртаҡлаша. Ә сәхнә түрендә гимназияның бөгөнгө уҡыусылары майҙан тота. Концерт номерҙары тик үҙҙәренең көсө, һәләттәренән сығып ҡоролған. Ҡурай һыҙғыртырға ла күптәр ошо гимназияла өйрәнгән. Хәҙер инде ҡурайсылар ғәскәр булып баҫып « Уралды » уйнай. Гимназияны тамамлаусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов та бар. Ул төбәк башлығының ҡотлауын еткерҙе һәм уҡыу йортона уңайлы һәм ҙур Нефаз автобусы алыуға сертификат тапшырҙы. Тантанала гимназия уҡытыусылары, ветерандар тәбрикләнде.Ҡорға йыйылыусылар гимназиябыҙ һаман беренсе һәм һәр саҡ шулай булырға тейеш тигән уй менән таралышты.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика