Иғтибар үҙәгендә Бүздәк һәм Илеш райондарының социаль-иҡтисади үҫеше

Башҡортостан ит компанияһы Бүздәктә сусҡасылыҡ тармағында селекция-генетика үҙәге эшен яйға һала. Таврос компаниялары төркөмөндә эшләгән комплекстың эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров танышты. Республика башлығы эш сәфәре менән Бүздәк һәм Илеш райондарында булды. Башҡортостан ит компанияһының тоҡомсолоҡ үҙәге 166 гектарҙа урынлашҡан ике ҙур комплекстан тора. Әле бында Дания тоҡомло 5400 баш инә сусҡа аҫрала. Селекция-генетика үҙәге Европала иң эреләрҙән һанала. Мал тотоу шарттары монитор аша күҙәтелә.Комплекста өс төр тоҡомло сусҡа ҡауыштырыла. Артабан мал Рәсәй тауар фермаларына оҙатыла һәм сит илгә һатыла.

Үҙәктә йылына 20 мең баш тоҡомло сусҡа малы аҫрау ҡарала. Тәүге иң ҙур партия Тамбов өлкәһенә оҙатырға әҙерләнә. Компанияның Благовар һәм Шишмә райондарында өс сусҡасылыҡ комплексы эшләй. Таврос төркөмө төбәктә сусҡа малы иҫәбен бер миллион башҡа еткерергә ниәтләй. Әлеге ваҡытта Бәләбәй районында ит эшкәртеү комплексын төҙөү проекты әҙерләнә. Мал аҙығы ҡатнашмалар етештереүҙә республика предприятелары әүҙем ҡатнаша.Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫ, эргәлә йәшәгән халыҡты яман еҫ менән ялҡытмаҫ өсөн махсус ҡоролма урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Ул шыйыҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп ергә ашлама итеп һалыуға  иҫәпләнгән. Башҡортостан тауары тигән танытыу билдәһенә Бүздәк теплица комплексы йәшелсәһе лә лайыҡ. Крәҫтиән-фермер хужалығының теплицалары 9 гектар майҙанды биләй. Инвестициялар күләме миллиаррд ярым һум.

Республика башлығының эш сәфәре артабан Бүздәк район дауаханаһында дауам итте. Дауалау учреждениеһының өс ҡатлы дауалау бинаһын капиталь төҙөкләндереү декабрь айында тамамланасаҡ. Баш табиб Айрат Хажиев белдереүенсә, дауаханала йәнә лифт ҡаралған йылы үткәүел төҙөлөшө талап ителә. Проект әҙер, тик финанслау мәсьәләһе асыҡ ҡала. Дауалау учреждениеһы шулай уҡ 20 миллион һум торған күсмә маммографҡа мохтаж.Район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов төбәктә студент-медиктарҙы маҡсатлы уҡытыуға түләү проблемаһы тураһында белдерә. Муниципалитет аҡсаһын студент уҡытыуға тотоу маҡсатҡа яраҡһыҙ, тип баһалана. Радий Хәбиров был мәсьәләне ентекле тикшерергә кәрәк, тип белдерҙе. Районға кадрҙар йәлеп итеү эше ыңғай ойошторолған. Был йәһәттән федераль һәм республика программалары бойомға ашырыла, белгестәргә фатир һәм ер участкалары бүленә.

Республика башлығы поликлиника хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, инфомат эше менән танышты, табиптарҙа яҙылыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынды.Бүздәк металл прокатлау заводын Радий Хәбиров Инвестиция сәғәтенең сираттағы ултырышына саҡырҙы. Ҡорос арматура етештереүсе предприятие ике йыл элек асылған.  Ул элекке район ауыл хужалығы техникаһы идаралығы биналарында урынлашҡан, ҡоролма-йыһаздар Ирандан һатып алынған. Тәү инвестиция иғәнәләре 100 миллион һум. Тауар етештереүгә 366 миллион һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләгән консерва комбинаты ла яңыртыуҙан һуң томат соусы , паста һәм майонез етештереү күләмдәрен ике ярым процентҡа арттырырға йыйына.  Төштән һуң Республика башлығы эш сәфәрен Илеш районында дауам итте. Радий Хәбиров Ҡарабаш ауылында Спорт-мәҙәни үҙәгеэшмәкәрлеге менән танышты, урындағы халыҡ менән аралашты, Үрге Йәркәйҙә Муса Гәрәевтың музейын, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, социаль объекттарындағы эштәр торошо менән ҡыҙыҡһынды.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика