Башҡаланың Комсомол һәм 8-се март урамдары төҙөкләндереү дауам итә

Водителдәр өсөн, әлбиттә, бер аҙ уңайһыҙлыҡтар бар. Әммә улар ваҡытлыса ғына. Тиҙҙән Октябрь проспектына йәнәшә ятҡан урам танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Автомобиль юлдары  киңәйтеләсәк, юлдың эргә-тирәһе ипкә килтереләсәк. Өфөнөң Комсомол урамында көндөң икенсе яртыһында тығындар башлана. Сәбәбе, юлдың яртыһы реконструкцияға ябылған. Ҡала халҡы өсөн был уңайһыҙ, әммә улар бөтә ҡыйынлыҡтарға ла түҙергә әҙер. Сөнки, Комсомол урамында юлды төҙөкләндереүҙе халыҡ күп йылдар дауамында көттө.Әлеге мәлдә эштәр юлдың Һәҙиә Дәүләтшина бульвары менән киҫешкән еренән  СССР-ҙың 50 йыллығы урамына тиклемге өлөшөндә бара.

Эшселәр асфалттың бер нисә ҡатын алып юлды киңәйтергә йыйына. Әммә ҡышҡы осорҙа яңы асфальт түшәмәйәсәктәр. Бынан тыш төрлө коммуникацияларҙы яңыртыу эштәре ҡаралған. Яңыртыласаҡ юлдың оҙонлоғо 5 километр. Эштәр ике этапта башҡарыла. Тәүгеһенә Һәҙиә Дәүләтшина бульвары боролошонан Лесотехникум урамына тиклемге өлөшө инһә, икенсе этапта 8 март урамын яңыртыу ҡаралған. Әйткәндәй, эштәр ике урында ла бер үк ваҡытта алып барыла. Төҙөклөндереү «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли пректы сиктәрендә атҡарыла. Ремонт өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Сығымдарҙың бер өлөшө биләмәне төҙөкләндереүгә китһә, икенсеһе юл эргәһе майҙансыҡтары, тротуарҙарҙы ипкә килтереүгә йүнәлтелә.Урамдың был өлөшөндө барған төҙөлөш киләһе йылға тамамлана. Артабан эш юлдың таҡ һанлы йорттар урынлашған яғында дауам итәсәк. Ә планға ярашлы, төҙөкләндереүҙе тулыһынса тамамлау  2021 йылдың ноябренә билдәләнгән. 

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

5 часов 29 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

5 часов 30 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

5 часов 30 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

5 часов 31 минута назад
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

5 часов 35 минут назад
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020