Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға

Башҡортостан мәктәптәрендә 153-сө стоматология кабинеты эшләй башланы. Ул Нагаев ауылының 147-се мәктәбендә урынлашҡан. Бүлмә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Таҙа тештәр – сәләмәтлектең нигеҙе. Балалар бәләкәй саҡтан был хаҡта мәғлүм булырға тейеш, ти теш табиптары. Шуға күрә мәктәптәрҙә сәләмәтлек дәрестәрен 1-се кластан ойошторолоу зарур. Нагаево ауылының 147-се мәктәбендә 1 мең ярымдан ашыу уҡыусы өсөн быйыл стомотология бүлмәһе лә асылды.4-се синыф уҡыусыһы Валерия яңы стомотология кабинетында беренсе тапҡыр түгел, теш табибы менән ул хәҙер яҡындан таныш.

Яңы бүлмәгә инеп, мөләйем табип менән аралашыу ғына күңелгә йылылылыҡ бирә һәм теште дауалау бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти ҡыҙ.Теш табибы Гөлнара Кожухова 30 йылдан ашыу стомотолог булып эшләй һәм балаларҙы дауалауҙа үҙенең үҙенсәлектәре бар, тип  билдәләй.Уҡытыусылар өсөн дә мәктәптә стомотология бүлмәһе урынлашыуы әһәмиәтле, сөнки балаларға уҡыуҙы ҡалдырып йөрөргә тура килмәйәсәк.Заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған яңы стомотология бүлмәһендә теш табибы балаларҙы көн дә сәғәт иртәнге 8-ҙән 12-гә тиклем ҡабул итә. Был Башҡортостанда 153-сө кабинет. Стомотология бүлмәһенә яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәгән балалар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Республика мәктәп стомотологияһы Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. “Үргә ос!” мәғариф проекты сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла яңы кабинеттар асыласаҡ.Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфө мәктәптәрендә быға тиклем эшләп килгән стомотология бүлмәләре һәм балалар стомотологияһы поликлиникаһы ла заманса ҡорамалдар менән яңыртыла.  

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

7 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

7 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

7 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был аҙнала һыуыҡ, ямғырлы көндәр көтөлә

 Айырым райондарҙа боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 18-22 градус, төндәрен 10 градус йылы буласаҡ. Синоптиктар киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ тип иҫкәртә. 23 августан көндәрҙе йылыта башлай. Урыны менән 24 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал.

7 часов 4 минуты назад
Смотреть видео Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға...

7 часов 8 минут назад
Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020