Радий Хәбиров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыҙы

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ. Республика алдында бөгөн торған тағы лабер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Радий Хәбиров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе.

Уларҙы тәбрикләү ысын мәғәнәһендә байрам, ә был байрамдың тарихы хәҙер сирек быуаттан ашыу. Башҡортостанда йәнә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә республикалағы иң юғары наградаларҙың береһе “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән был осрашыуға саҡырылған гүзәл заттар биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер бүләк иткән. Улар тәрбиәләгән балаларҙың дөйөм һанын иҫәпләгәндә, яҡынса 250  ҡыҙ һәм малайҙар. Был — бер мәктәптә белем алған уҡыусылар тигән һүҙ.  

Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау артабан да дәүләт кимәлендә алып барыласаҡ сәйәсәт булып ҡаласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн төбәктә күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамдың йәнә бер юлы ҡарала. Ул ер бүлемдәрен биреүҙе камиллаштырыу һәм тап ошо биләмәләрҙә йорт һалыуҙа ярҙам күрһәтеү. Радий Хәбировтың был белдереүе сараның рәсми өлөшөнән һуң әсәләрҙе иң ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең береһе булды. 

Республиканың һәр ҡалаһы һәм районында ла бөгөн күп балалы ғаиләләргә ярҙам иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, Ейәнсура. Урындағы хакимиәт булышлығы менән йорт һалып сыҡҡандар ҙа бар. Бөгөн Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалын йөрөткән гүзәл заттар һаны 7 мең 987. Тиҫтәләрсә йылдар буйынса бирелеп килгән награда республиканың көндәлек тормошоноң иң күркәм йолаларының береһенә әйләнгән.  

 “Әсәләр көнөн” билдәләгән ваҡытта миҙал алыу байрам кәйфен тағы ла арттыра. Ул киләсәккә ышаныс һәм өмөт өҫтәй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күп балалы ғаиләләрҙең яңғыҙ ҡалмаясағын вәғәҙәләй.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика