Рәсәй-Ислам донъяһы

 Иң кесе һәм үҙенсәлекле Ғәрәп дәүләттәренең береһе – Бахрейн вәкилдәре был көндәрҙә Өфөлә түрҙән уҙҙы. Оло ҡунаҡтар “Рәсәй-Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе ултырышында ҡатнашыу өсөн килгәйне. Ҙур теләк менән улар башҡорт улының исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашты. Кем хаҡында һүҙ һәм ни өсөн Башҡортостан утрауҙар иле менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытырға килешкән?

Рәсәй ислам университетында Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләрен 700-ҙән ашыу шәкерт өйрәнә. Был тәртипкә тиҫтә йыл ғына түгел. Өфөләге тарихи бинала йөҙ йыл элек үк “Ғәлиә” мәҙрәсәһе эшләгән. Коридор-баҫҡыстар тәүге шәкерттәрҙе хәтерләгәндәй. Улар араһында Кәрим Хакимов та булған.

 Хәҙерге Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуып үҫкән Кәрим Хакимов донъяла Ҡыҙыл Паша булараҡ танылыу алған. Уның дипломат оҫталығы йәш совет республикаһы менән ғәрәп-фарси донъяһы араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ һалған. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан ул уҡыған йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Был тантана Рәсәй дин әһелдәрен генә түгел сит ил ҡәрҙәштәрҙе һәм дипломаттың туғандарын берләштерҙе.

Башҡортостанда ислам диненең үҫешенә Фарсы боғаҙындағы утрау дәүләте Бахрейн короленең бер туғаны шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә һоҡланыуын белдерҙе. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән йылы аралашҡандан һуң сит ил ҡунағы ихлас тәьҫораттарын уртаҡлашты.

Бахрейн короллеге Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, тип иҫәпләй. Рәсми делегация вәкилдәрен ҡабул итеп Радий Хәбиров бындай юғары дәрәжәләге ҡунаҡтарҙы ҡаршылау беҙҙең өсөн оло хөрмәт, Башҡортостан иҡтисади, инвестициялар һәм мәҙәни-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә әҙер, тип белдерҙе. Рәсәй Федерацияһында милләттәр һәм конфессиялар иҫәбе буйынса икенсе урында килгән Башҡортостан быйыл ислам дәүләттәре вәкилдәренең стратегик ҡараш төркөмө ултырышын ҡабул итте. Республика Рәсәй исламы үҙәктәренең береһе булараҡ Яҡын Көнсығыш мосолмандарын электән ҡыҙыҡһындырған. Был күргәҙмәләге иң боронғо баҫма 17-се быуатҡа ҡарай.

Башҡортостан ынйылары менән ғәрәп-фарсы дәүләттәренән килгән ҡунаҡтар ҙа әүҙем ҡыҙыҡһынды. Рәсәй — Ислам донъяһы стратегик ҡараш төркөмө йыйыны иһә Өфөлә ике көн дауам итте. Уның сиктәрендә өс эшсе йыйылыш һәм төп пленар ултырыш үтте. Беренсе көн Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы һәм Рәсәйҙең күренекле сәйәсәт эшмәкәре Евгений Примаковтың 90-йыллыҡ юбилейына арналды. Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы эргәһендәге даими вәкиле Рамазан Абдулатипов билдәләүенсә, йыйындың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан Рәсәйҙә халыҡ һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһөн күрһәткән сағыу төбәктәрҙең береһе.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин тик имен һәм тыныс донъяла ғына туғандарса хеҙмәттәшлек итергә мөмкин, тигән фекерҙә. 2006 йылда “Рәсәй — ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөн ойоштороп беҙҙең ил донъялағы сәйәсәтен күп яҡлы ҡорғанын дәлилләне. Мосолман илдәре менән килешеп эш итеү – һуғыш-ыҙғыштарҙы иҫкәртер өсөн кәрәк.

Сираттағы бишенсе йыйынды ойоштороусылар конфессия-ара татыулыҡ мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Донъяуи дәүләт дәһрилекте аңлатмай, кеше иманһыҙ йәшәй алмай, — был хәҡиҡәт йыйын барышында бер нисә тапҡыр яңғыраны. Ислам диненең тыныслыҡ һәм берҙәмлек ҡанундарын йәмғиәттә тәрбиәүи сара булараҡ ҡулланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта динде яуыз маҡсаттарға йүнәлтеүселәрҙән һаҡлау зарур.

Халыҡтар һәм конфессиялар-ара килешеүҙәрҙең дин генә түгел донъяуи мәсьәләләрҙә лә мөһимлеген ошо уҡ майҙанда ойошторолған ислам инвестиция форумы дәлилләне. Форум сиктәрендә Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара, Рөстәм Миңлеханов исемендәге милли премиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Төркөмдөң ислам донъяһы менән стратегик диалог һәм партнерлыҡ фонды хеҙмәттәшебеҙ Ғәлимйн Ибәтуллинды “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында “Сәйәхәтсе һуҡмағы” циклындағы фильмдары өсөн лауреат дипломы менән бүләкләне.

Йыйынды Өфөгә саҡырып беҙ Ислам донъяһына Башҡортостандың ҡеүәтен күрһәтергә теләнек, тип белдерҙе “Рәсәй-ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмө рәйесе Рөстәм Миңлеханов.

Ислам донъяһының иҡтисади мөмкинлектәре ҙур, сауҙа даирәләре киң, бындай осрашыуҙар дәүләттәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Радий Хәбиров Башҡортостан менән Татарстан араһындағы уртаҡ тарих, мәҙәниәт һәм телде берҙәм эшмәкәрлектә ҡулланыу ике республиканы тағы ла нығыта, тип белдерҙе.

Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Богданов Башҡортостан етәкселегенә форумды өлгөлө ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. Стратегик ҡараш төркөмөнөң киләһе йыйынын 2020 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны ҡабул итәсәк. “Рәсәй – ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе йыйыны илдәр һәм халыҡтарҙы Ҡөрьән тәғлимәте буйынса изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа ярышырға саҡырҙы. Мәртәбәле форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, тик ошо ҡағиҙә менән донъяның именлегенә өлгәшергә мөмкин.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.  | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр...

15 октября 2020
Смотреть видео Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Төбәктәргә 8 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса...

15 октября 2020
Смотреть видео “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан...

15 октября 2020
Смотреть видео Ваҡытында тәүбәгә килеү | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытында тәүбәгә килеү

 Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр...

14 октября 2020
Смотреть видео Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  9 октябрь 25 йәшлек егет танышының Хендай Соната автомобилен  ҡыуып алып китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә авария ҡылып өлгөрә. Йәрәхәт алыусылар юҡ, әммә бихисап   автомобиль зыян күрә. Асыҡланыуынса, тәртип боҙоусы бер нисә тапҡыр урлашҡаны,...

14 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Баку һәм Ереванды тыныслыҡ урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙе һаҡларға сағыра. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Әрмәнстан министры Зограб Мнацаканян менән берлектәге матбуғат ултырышында Рәсәй, Әзербайжан һәм Әрмәнсан тарафынан ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙе тайпылышһыҙ үтәп,...

14 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.

Әлиә Фәтхиева килемде интернетта әйбер йә реклама һатып түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләп алған. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ – комбайнсы. Ҡала ҡыҙының ҡеүәтле тракторҙы яҡшы белеүе, тәү ҡарашҡа, сәйер күренһә лә ғәжәпләнергә түгел, сөнки Әлиә Аграр университеттың механика...

14 октября 2020
Яндекс.Метрика