Телгә һөйөүҙе бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк

Ғаиләлә, балалар баҡсаһында. Өфөлә башҡорт мөхитендәге мәктәпкәсә учреждениеларға ихтыяж ҙур. Ошо көндәрҙә Дим биҫтәһендәге Аҡбуҙат балалар баҡсаһында ясли төркөмө асылды. 20 урынға 40 ғариза, теләүселәр тағы сиратта.

Йәш әсә Елена Борисова ҡыҙының яңы балалар баҡсаһына йөрөүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ике йәшлек Виктория ҡатнаш ғаиләлә тыуһа ла, рус телен генә яҡшы белә. Өйҙә бер телдә генә һөйләшкәнлектән, милли мөхит етешмәй, ти әсәһе. Өфөнөң Дим районындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы үҙенең иркен, таҙа һәм башҡорт теле сифаттарын һаҡлап ҡалыуы менән йәлеп итә. Бында бөтәһе 12 төркөм эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы көндән-көн тиерлек сәскә ата тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Быйыл балалар баҡсаһында йәш ярымдан алып өс йәшкәсә тиклемге кескәйҙәр өсөн ясли төркөмө үҙ ишектәрен асты.

Хәҙер сабый тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең иртә эшкә сығырға теләгәндәре бер кемгә лә сер түгел. Әммә бәләкәй баланы ҡалдырыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ясли төркөмөнә йөрөйәсәк балалар бында үҙҙәрен яҡшы тоясаҡ, тип билдәләй хеҙмәткәрҙәр.

Тантанаға килгән ата-әсәләргә өлкән төркөм балалары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ясли төркөмөнә килеүсе сабыйҙар сара ваҡытында уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтеп концерт номерҙарына ҡушылды. Концерт ҡарағандан һуң, ата-әсәләр бүлмә менән яҡындан танышты.

Кесе төркөмгә йөрөйәсәк егерме баланың йоҡо бүлмәһе иркен һәм йылы, матур карауаттар менән йыһазландырылған. Ҡом менән уйнай торған махсус йорт, бәләкәй генә өҫтәл, ултырғыстар- барыһы ла бәләкәстәр өсөн.

Был төркөмдә кескәйҙәр өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Уйынсыҡтар уйнауҙан тыш, улар проектор аша төрлө йәнһүрәт ҡарай ала. Бының өсөн көн һайын ун минут ваҡыт бүленә.

Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең ихласлығынан тыш, хәүефһеҙлек талаптарының теүәл үтәлеүенә лә ҡыуана. Бынан алда кескәйҙәрҙе ата-әсәләр бер–ике сәғәткә генә ҡалдырған. Әлбиттә, тәүҙә уларға өйрәнеп китеүе ауырыраҡ ине, тип билдәләй балалар баҡсаһы мөдире. “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ясли төркөмдәрен булдырыуға һәр балаға бюджеттан 175 мең һум иҫәбенән аҡса бүленгән. Ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү-проектың төп маҡсаты.

Был аҙнала иһә Дим районында урынлашҡан 328-се балалар баҡсаһында ла ясли төркөмөнөң асылыуы көтөлә. Файҙаланыуға тапшырыласаҡ 252-се мәктәпкәсә учреждениеның да кескәйҙәр төркөмө буласаҡ.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика