Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Өфөлә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында йәш дизайнерҙарҙың халыҡ-ара форумы үтте. Тыумыштан ауырыуға дусар булыусылар үҙҙәре теккән кейем менән таныштырҙы. Ниндәй ҙә булһа кейем теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле дизайнлы буласаҡ. Уртаһына тегеләсәк күҙ формаһы, керпектәр һәм күҙ йәштәре кешенең эске донъяһын аңлата,ти тегенселәр.

21 йәшлек ҡыҙҙың буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Театрҙа төрлө ролдәрҙе башҡара, һабын ҡайната, ә әле иһә күлдәк эскиздары менән булыша. Ҡыҙ тәүҙә ҡағыҙға үҙе уйлап сығарған кейем һүрәтен төшөрә, һуңынан әҙер булған күлдәкте әсәһе менән бергә тегә.

Александра ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡынса һигеҙ күлдәк теккән. Конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулаусы ҡыҙ, төрлө дизайнерҙар менән аралашып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Өфөлә лә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында мода буйынса форумдар йыл да уҙғарылып тора.  Быйыл “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум” мода менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәнә бер урынға йыйҙы.

Форумда бөтәһе өс команда ҡатнашырға теләк белдергән. Һәр береһенең сығышын халыҡ алҡышлап ҡабул итте.Мөмкинлеге сикләнгәндәргә иң мөһиме әхлаҡи яҡтан ярҙам итеү – “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”дың төп маҡсаты.

Жюри ағзалары һәр команда эшен юғары баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар матди ярҙам, төрлө төҫтәге туҡыма менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, мода менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап. Әммә уларҙың һәләттәрен үҫтерергә генә кәрәк. шуға ла киләһе йылдарҙа ла бындай саралар уҙғарыласаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.  | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр...

15 октября 2020
Смотреть видео Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Төбәктәргә 8 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса...

15 октября 2020
Смотреть видео “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан...

15 октября 2020
Смотреть видео Ваҡытында тәүбәгә килеү | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытында тәүбәгә килеү

 Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр...

14 октября 2020
Смотреть видео Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  9 октябрь 25 йәшлек егет танышының Хендай Соната автомобилен  ҡыуып алып китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә авария ҡылып өлгөрә. Йәрәхәт алыусылар юҡ, әммә бихисап   автомобиль зыян күрә. Асыҡланыуынса, тәртип боҙоусы бер нисә тапҡыр урлашҡаны,...

14 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Баку һәм Ереванды тыныслыҡ урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙе һаҡларға сағыра. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Әрмәнстан министры Зограб Мнацаканян менән берлектәге матбуғат ултырышында Рәсәй, Әзербайжан һәм Әрмәнсан тарафынан ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙе тайпылышһыҙ үтәп,...

14 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.

Әлиә Фәтхиева килемде интернетта әйбер йә реклама һатып түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләп алған. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ – комбайнсы. Ҡала ҡыҙының ҡеүәтле тракторҙы яҡшы белеүе, тәү ҡарашҡа, сәйер күренһә лә ғәжәпләнергә түгел, сөнки Әлиә Аграр университеттың механика...

14 октября 2020
Яндекс.Метрика