Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы

Батутта акробатик трюк башҡарам тип 22 йәшлек егет муйынын һындырған. Башҡорт эстрадаһында уны рэп уҡыусы музыкант тип беләләр. Егеттең яңынан аяҡҡа баҫып китеүенә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы була. Әммә Өфө нейрохирургтары мөғжизә атҡара алған. Сәлимә Исламованың репортажында.

Интернет киңлектәрендәге ошо видеоны күптәр күргәндер. Әҙерлекһеҙ бындай трюктарҙы эшләү ҡәтғи тыйыла! Өфөнөң батут үҙәктәренең береһендә сальто эшләйем тип муйынын һындырған егеттең исеме Аҡегет Вәлитов. Акробатика менән 12 йыл тирәһе шөғөлләнә егет. Тыуған көнөнән һуң дуҫтары алдында үҙе өсөн әле ҡатмарлы һанаған,  ике әйләнешле сальто эшләргә ҡарар итә һәм бәләгә тарый. Тиҙ ярҙам машинаһында егетте башҡаланың 21-се дауаханаһына килтерәләр. Табиптар ике муйын умыртҡалары һынған һәм ситкә тайған тигән диагноз ҡуя. Бындай йәрәһәттән һуң яңынан аяҡҡа баҫыуға өмөт булмай. Әммә Өфө табиптарының эшен мөғжизәгә тиңләргә була.

Аҡегеттең муйынына ҡорос протез ҡуялар. Ике айҙан үҙ аяғында тора башлай. Бәхеткә күрә, егеттең арҡа мейеһе йәрәхәтләнмәгән, юғиһә хәл күпкә аяныслы булыр ине, тей нейрохирург Искәндәр Самцов. 

Реабилитация бүлегендә Аҡегет бер ай самһы була. Ике аҙна тирәһе коляскала, артабан үҙ аяғына баҫа. Барлыҡ һынауҙарҙы үтергә Аҡегеткә ағаһы Алтынай ярҙам итә. Ағалы ҡустылы Вәлитовтар әйтеүенсә, тәүәкәллек һәр эштә лә кәрәк. Спорт, акробатика менән улар бала саҡтан шөғөлләнә. Сәхнәлә лә бергә сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә рэп уҡыйҙар, номерҙарын төрлө трюктар менән тулыландыралар. Аҡегеттең бәләгә тарығанын белгәс егеттәрҙең ижадын үҙ итеүселәр араһында ярҙам итергә теләүселәр күп була.

Аҡегеттең  әле һул ҡулы ауырыраҡ эшләй. Үҙ аяғымда йөрөй алғас, ҡалғаны яйға һалыныр, ваҡыт кәрәк, тей сәмле егет. Бер нисә көн элек сәхнәгә лә сығырға өлгөргән ул. Ағаһы Алтынай Вәлитовтың шәхсән концертында өр-яңы йыры менән сығыш яһаған.

Батут үҙәгенә егеттәрҙең дәғүәһе юҡ. Сөнки инструктор ярҙамынан Аҡегет үҙе баш тартҡан. Бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булған спортсмен Татьяна Козлованың фекеренсә, бындай эштә үҙ-үҙеңә артыҡ ышанырға ярамай

Батут үҙәге мөдире әйтеүенсә, майҙансыҡтың техник торошон һәм конструкцияларҙың төҙөклөгөн көн һайын тикшереп торалар. Ә көн дауамында бер нисә инструктор хәүефһеҙлек ткхникаһы өсөн яуап бирә.  Аҡегеткә хәҙер йыл дауамында  реабилитациялау талап ителә. Киләсәктә акробатика менән шөғөлләнеүҙе табиптар тыймай. Әлегә егет үҙ –аллы урамға сыға башлаған.  Ижад һәм Спорт менән шөғөлләнеүен дауам итергә уйлай. Ә ҡатмарлы элементтарҙы, әлбиттә, уйлап ҡына башҡарасаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика