Бер быуатҡа тиң тарих

Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәртәбәле байрам менән коллективты Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡотланы. Башҡорт дәүләт театры борондан алып илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә, тиелә телеграммала. Ә республика башлығы Радий Хәбиров театр артистарына дәүләт наградалы һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында тынлыҡ. 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән боронғо театрҙарҙың бинаһында реконструкция эштәре бара. Ваҡытлыса артистар опера һәм балет театрында төпләнде. Ҡыҙыл армеецтар, матростар, сағыу күлдәктәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар, листовкалар таратып йөрөүсе балалар – театрға килеп инеү менән 1919 йылға әйләнеп ҡайтаһың.  Иҫтәлекле дата уңайынан, фойела 100 йыл элек булған ваҡиғаны – театрҙың асылыу көнөн сәхнәләштергәндәр. Артистарҙың кейемдәре, декорациялар, аяҡ кейемен таҙартыусы, гәзит таратыусы һәм башҡа персонаждар ҙа ошо дәүерҙәге мөхитте тыуҙыра. Артабан тамаша сәхнәлә дауам итте. Артистар театрҙың ҡатмарлы һәм маҡтаулы тарихи юлына байҡау яһаны. Ул 1919 йылда  Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр ишектәрен аса. Өфөгә инде 1922 йылда күсерелә. Ә әлеге урынында  башдрамтеатр 1965 йылда төпләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы, аслыҡ йылдары, репрессиялар – ниндәй генә ауыр ваҡиғалар булмаһын, театр бер көнгә лә үҙ ишектәрен япмаған. Хатта фронтта ла үҙ эшмәкәрлеген дауам иткән. Ошо бер быуатлыҡ тарихты үҙ эсенә алған китаптың презентацияһы ла үтте. Тәүгеләрҙән булып театрҙы юбилейы менән республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Башҡорт дәүләт академия драма театры беҙҙең күп милләтле мәҙәниәтебеҙ символы булыуы менән ғорурланабыҙ, тине Радий Фәрит улы. Башҡорт мәҙәниәтен, йолаларҙы, туған телде һаҡлап килгәндәре һәм халыҡҡа таратҡандары өсөн театр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе төбәк башлығы. Хеҙмәтенә күрә  баһаһы. Республика етәксеһе театрҙа оҙаҡ йылдар эшләп, уның үҫешенә тос өлөш индергән актерҙарға дәүләт наградалары һәм тапшырҙы. Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров һәм Илдар Сәйетов “Халыҡтар дуҫлығы” ордены, ә Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены менән тәбрикләнде. Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуслар ҙа бихисап. Ысынлап та, театрҙың уңышлығы актерҙарҙың, режиссерҙарҙың оҫталығынан, етәкселектең тәжрибәлегенән тора. Улар ижад иткән легендар спектаклдәр республика мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә һәм тамашасы күңелендә мәңге йәшәй.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика