Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә

Ярышта Волга буйы Федераль округының төрлө өлкәләренән 600-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 11 йәшлек Самина Тажетдинова сығыш алдынан иптәштәре менән күнекмәләр эшләй. Был уларҙың беренсе бәйгеһе түгел, йыл дауамында йыш ҡына төрлө республика һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнаша ҡыҙҙар. “Башҡортостан үҫмере” художестволы гимнастикаһы буйынса республика турниры һәм асыҡ чемпионатына төрлө ҡалаларҙан һәм күрше төбәктәрҙән 600 ашыу спортсы килгән. Спорт әҙерлеге үҙәгендә чемпионаттың тантаналы асышында Каринэ Хәбирова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Параолимпия чемпионы, Рәсәй Думаһы депутаты Рима Баталова һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Чемпионат һәм турнирҙың төп маҡсаты, бурыстары – ул ҡатнашыусыларҙың спорт оҫталығын үҫтереү, көслө гимнастарҙы асыҡлау, художестволы гимнастиканы популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, спорт разрядтарын башҡарыу. Матур костюмдарҙа кескәй генә балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә жюри алдында үҙенең оҫталығын күрһәтте. Ярыш бөгөн дә дауам итә. Художестволы гимнастика бәйгеһен һәр теләгән кеше ҡарай ала. Призлы урындар яулаған төрлө йәш төркөмөндәге спортсыларҙы миҙал, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләйәсәктәр. 9 гимнаст спорт мастерлығына кандидат исемен аласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Әҙип һүҙе-замандың йөҙө | ГТРК «Башкортостан»

Әҙип һүҙе-замандың йөҙө

Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында “Әҙип һүҙе-замандың йөҙө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара йыр-моң менән башланып китте. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүсе әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Салауат Кәрим, Миңдебай Юлмөхәмәтов саҡырылған. Улар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы...

29 января 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Быйыл кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм иң оҙайлы ҡамау тамамлауына 76 йыл була. Ленинград ҡалаһы блокадаһы 900 көн тиерлек бара. Аслыҡ, һыуыҡ, юҡлыҡтан меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙы хөрмәт итеп республикала төрлө саралар уҙғарыла, ветерандар менән...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. еспублика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

29 января 2020
Смотреть видео Короналы вирус | ГТРК «Башкортостан»

Короналы вирус

Донъяның киң мәғлүмәт сараларында коронавирус төп темаларҙың береһе булып ҡала. Вирус йәшен тиҙлегендә ер шарының төрлө ҡитғаларына тарала. Беҙҙең илдә был йәһәттән ашығыс саралар күрелә. Аэропорттарҙа санитар постар ҡуйылды. Пассажирҙарҙың тән температураһы үлсәнә. Өфөлә Ҡытайҙан ҡайтыусы ике...

29 января 2020
Смотреть видео Контейнер майҙансыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Контейнер майҙансыҡтары

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

29 января 2020
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы

2025 йылға төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегендә нығыныу. Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы.Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында сағылған...

29 января 2020
Смотреть видео Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ

Башҡортостан агро сәнәғәт комплексына ярҙамды арттырасаҡ һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә субсидиялар менән ярҙам итәсәк. Республика етәксеһе был турала Миәкә районына эш сәфәре ваҡытында белдерҙе.

29 января 2020
Смотреть видео Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте | ГТРК «Башкортостан»

Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып,...

28 января 2020
Смотреть видео Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә | ГТРК «Башкортостан»

Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә

Тупаҡ ауылында иҫке мәктәп емерелгән, ә яңыһы төҙөлөп бөтмәгән. Үҙған йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш белем йорто ни өсөн асылмай? 4-се класс уҡыусыһы Флорит Харрасов тик дүртле һәм бишле билдәләренә өлгәшә. Бигерәк тә ул математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кеүек фәндәрҙе яҡшы...

28 января 2020
Яндекс.Метрика