Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта башланы

Өфөнән 8 мең саҡрымда ятҡан объектта эшләүсе  “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре айҙар дауамында аҡса алмауҙары, ризаһыҙлыҡ белдергән өсөн хатта ашатмауҙары тураһында видеоға яҙҙырып интернет селтәренә һалғайны. Әгәр был хаҡта улар киң йәмәғәтселеккә хәбәр итмәһә? Улар ҙа оҙон аҡса артынан ғаиләһен, туғандарын ҡалдырып алыҫ юлға сыҡҡан меңәрләгән замандаштарыбыҙ кеүек алданып үҙ проблемаһы менән үҙҙәре генә тороп ҡалыр ине.

Бер тин аҡсаһыҙ ҡалған эшселәр үҙҙәренең зарын һөйләп сараһыҙлыҡтан интернетҡа һала.  “Өфөнефтемаш” компанияһы аша эшкә киткән вахтасылар айҙар дауамында хеҙмәт хаҡы алмауҙары, кире ҡайтырлы аҡсалары булмауы, хатта эш бьреүсе ашатыуҙан баш тартыуы хаҡында хәбәр итә.

Мул вәғәҙәләргә ышанып өйҙән 8 мең км-ҙа ятҡан ҡалаға сығып китә улар. Әммә 3-сө ай эш хаҡы түләнмәй, көн дә вәғәҙәләр генә ишетә улар. Ирекһеҙҙән Башҡортостан вахтасылары видеомөрәжәғәт яҙҙяра. Ул йәшен тиҙлеге менән бөтә социаль селтәрҙәрҙе ялмап алды.

Вәғәҙәләрҙе көтөп көс-хәл ҡалмағас, вахтасылар забастовка иғлан итә, ә эш биреүсе үҙ сиратында уларҙы ашһыҙ ҡалдыра.

Был кешеләрҙең барыһы ла “Өфөнефтнемаш” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, 2018 йылдан алып Владивостокта судно төҙөү предприятиеһы өсөн цехтар төҙөлөшөндә ҡатнаша улар. 600 хеҙмәткәрҙең 80 проценты Башҡортостандан. Ойшма етәксеһе Руслан Ғәлиуллин финанс ҡатмарлыҡтар ваҡыты менән килеп сығып тора, ти.

Ә вахта менән Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән хеҙмәткәрҙәрен етәкселек ялҡаулыҡта ғәйепләй. Үҙ сиратында эшселәрҙең хоҡуҡтары бөтөнләй боҙолмай тип аҡлана. Хеҙмәт шарттары үтәлә, ә эш хаҡын ваҡытында алмауҙарында улар йәнәһе лә үҙҙәре ғәйепле икән.

Был хәлде Республика Башлығы ла иғтибарҙан ҡалдырманы һәм үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған эш биреүсе законға ярашлы язаһын аласаҡ, тип яҙып сыҡҡайны. Тәфтишселәр һәм Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү эшен алып бара. Был аҙнала Башҡортостан вахтасыларының бер өлөшө тыуған яҡтарына ҡайтты.

Билдәле булыуынса, компания 120-нән ашыу эшсегә аҡса тейеш. Бурыс  иҫәбе 2 млн-дан ашыу. Владивастокта ҡалған эшселәр әле лә көсөргәнешле хәлдә, видеола дөрөҫөн һөйләгәндәре өсөн улар эш хаҡын түләмәҫтәр тип борсола.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика