Республикала законһыҙ эшләүсе таксиларға ҡарата ла контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды

Тиҙ, уңайлы, арзан, әммә хәүефле. Юлға сыҡҡанда шул хәүефһеҙлеккә иң аҙаҡ иғтибар итәбеҙ, һөҙөмтәлә “юлсылар” ҡатнашлығында авариялар һәм үлем осраҡтары буйынса һандар артҡандан-арта.

Ҡот осҡос авария… иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында “Хендай”  менән “Лада Ларгус” бәрелешә. Һөҙөмтәлә, дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың өсәүһе – Сибай ҡалаһынан.

Пассажирҙар ташыусы “юлсыларҙы” Өфөнөң һөр мөйөшөндә тиерлек осратырға мөмкин. Кешеләргә теләгән ерҙәренә барып етер өсөн артыҡ эҙләнәһе түгел. Ошондай Ларгустар билдәле урындарҙа кешеләрҙе йыя. Легаль булмаған таксиларҙы интернеттағы сервис аша ла, социаль селтәрҙәрәҙән дә табыу бер ни тормай. Силәбе өлкәһендә теркәлгән авариялағы ларгус водителе лә пассажирҙарҙы күптәргә таныш BlaBlaCar сервисы аша йыйып алған була.

Берәүҙәр аварияла легаль булмаған ларгус водителдәрен, икенселәре иһә тап телгә алынған сервистарҙы ғәйепләй. Бының буйынса ҡапма-ҡаршы фекерҙәр күп. Ғүмер буйы пассажирҙар йөрөтөүсе Виталий машинаның легаль булыуы авария һанын кәметмәйәсәк, тип һанай.

Әммә “үҙҙәренсә” водитель һөнәрен башҡарып, кеше ғүмере өсөн яуап алған легаль булмаған водительдәр юлға сығыр алдынан медицина тикшереүе үтмәй, улар һалым түләмәй, тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Пассажирҙар йөрөтөү рөхсәте биргән документтарҙы бер кем дә һорамай. Һөҙөмтәлә осраҡлы “юлсылар” ҡатнашлығында фажиғәләр арта ғына. Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙарҙы едти контролгә алырға ҡушты.

Аҙна дауамында республика буйынса рөхсәтһеҙ кеше ташыусы водителдәрҙе тикшереү маҡсаты менән йөҙәрләгән рейдтар үтте.

Инспекторҙар бигерәк тә пассажирҙар ултырған ларгустарға иғтибар итә. Межгорье ҡалаһынан Өфөгә дауаханаға килеүсе ханым әйтеүенсә, бындай “такси”ларҙы табыуы ауыр түгел, юл тиҙ, хаҡы түбән.

Шундай имеш ышаныслы водителдәр арҡаһында республика юлдарында аҙна һайын фажиғәле авариялар теркәлеүе пассажирҙарҙы бер ҙә ҡурҡытмай. Водителдәр үҙҙәре лә кешеләрҙе ташыу законһыҙ икәнлеген белә, әммә улыр өсөн административ штраф бер ни тормай.

Башҡортостанда декабрҙең тәүге аҙнаһында ғына республика юлдарында 75-тән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үлемесле авариялар статистикаһында Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм Бөрө райондары беренселәр рәтендә.

Пассажирҙар ташыу менән законһыҙ шөғөллөнеүселәргә ҡарата яза саралары әле көн тәртибенә йәнә сыға. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитеты бынан бер нисә йыл элек тәҡдим ителгән автомобилде тартып алыу язаһын кире ҡайтарырға ниәтләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости