Республикала законһыҙ эшләүсе таксиларға ҡарата ла контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды

Тиҙ, уңайлы, арзан, әммә хәүефле. Юлға сыҡҡанда шул хәүефһеҙлеккә иң аҙаҡ иғтибар итәбеҙ, һөҙөмтәлә “юлсылар” ҡатнашлығында авариялар һәм үлем осраҡтары буйынса һандар артҡандан-арта.

Ҡот осҡос авария… иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында “Хендай”  менән “Лада Ларгус” бәрелешә. Һөҙөмтәлә, дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың өсәүһе – Сибай ҡалаһынан.

Пассажирҙар ташыусы “юлсыларҙы” Өфөнөң һөр мөйөшөндә тиерлек осратырға мөмкин. Кешеләргә теләгән ерҙәренә барып етер өсөн артыҡ эҙләнәһе түгел. Ошондай Ларгустар билдәле урындарҙа кешеләрҙе йыя. Легаль булмаған таксиларҙы интернеттағы сервис аша ла, социаль селтәрҙәрәҙән дә табыу бер ни тормай. Силәбе өлкәһендә теркәлгән авариялағы ларгус водителе лә пассажирҙарҙы күптәргә таныш BlaBlaCar сервисы аша йыйып алған була.

Берәүҙәр аварияла легаль булмаған ларгус водителдәрен, икенселәре иһә тап телгә алынған сервистарҙы ғәйепләй. Бының буйынса ҡапма-ҡаршы фекерҙәр күп. Ғүмер буйы пассажирҙар йөрөтөүсе Виталий машинаның легаль булыуы авария һанын кәметмәйәсәк, тип һанай.

Әммә “үҙҙәренсә” водитель һөнәрен башҡарып, кеше ғүмере өсөн яуап алған легаль булмаған водительдәр юлға сығыр алдынан медицина тикшереүе үтмәй, улар һалым түләмәй, тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Пассажирҙар йөрөтөү рөхсәте биргән документтарҙы бер кем дә һорамай. Һөҙөмтәлә осраҡлы “юлсылар” ҡатнашлығында фажиғәләр арта ғына. Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙарҙы едти контролгә алырға ҡушты.

Аҙна дауамында республика буйынса рөхсәтһеҙ кеше ташыусы водителдәрҙе тикшереү маҡсаты менән йөҙәрләгән рейдтар үтте.

Инспекторҙар бигерәк тә пассажирҙар ултырған ларгустарға иғтибар итә. Межгорье ҡалаһынан Өфөгә дауаханаға килеүсе ханым әйтеүенсә, бындай “такси”ларҙы табыуы ауыр түгел, юл тиҙ, хаҡы түбән.

Шундай имеш ышаныслы водителдәр арҡаһында республика юлдарында аҙна һайын фажиғәле авариялар теркәлеүе пассажирҙарҙы бер ҙә ҡурҡытмай. Водителдәр үҙҙәре лә кешеләрҙе ташыу законһыҙ икәнлеген белә, әммә улыр өсөн административ штраф бер ни тормай.

Башҡортостанда декабрҙең тәүге аҙнаһында ғына республика юлдарында 75-тән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үлемесле авариялар статистикаһында Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм Бөрө райондары беренселәр рәтендә.

Пассажирҙар ташыу менән законһыҙ шөғөллөнеүселәргә ҡарата яза саралары әле көн тәртибенә йәнә сыға. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитеты бынан бер нисә йыл элек тәҡдим ителгән автомобилде тартып алыу язаһын кире ҡайтарырға ниәтләй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика