9 декабрь Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө

Революцияға тиклем Георгий кавалерҙары байрамы булараҡ билдәле дата яңы тарихта яңыса атама алһа ла эстәлеге үҙгәрешһеҙ – ысын батырҙарға дан һәм хөрмәт өлгөһө. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән ҡаһармандар һаны буйынса беренселәр рәтендә торған Башҡортостанда тантаналы сараларҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡатнашты.

Батырҙарҙың ҡаһарманлығы байрам көндәрендә генә түгел, мәңге хәтерҙә. Башҡаланың 39-сы гимназияһы уҡыусылары был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай. Тарих дәрестәре, мәктәп музейы һәм данлыҡлы яҡташтар менән осрашыуҙар аша.

Рәсәй геройҙары көнө уңайынан гимназия коллективы Пермь СОБР-ы командиры, полковник Сергей Яшкинды осрашыуға саҡырҙы. 2013 йылда ул ил президенты ҡулынан Рәсәй Федерацияһы геройы алтын йондоҙон алды. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн.

Йома көн башҡала мәктәптәренең күбеһендә ошондай батырлыҡ сәғәттәре ойошторолдо. Илһөйәрлек дәрестәре Ватанға тоғролоҡ тойғоһон тәрбиәләр өсөн мөһим. Батырҙар Волга буйы федераль округы кадеттарының Башҡортостан корпусы курсанттары менән дә осрашты, Өфө буйлап сәйәхәт ҡылды, башҡаланың иҫтәлекеле урындарында„“Рәсәй – минең тарихым” паркында булды.

Башҡортостан Рәсәй геройҙары көнө уңайынан тотош Волга буйы федераль округ күләмендәге тантаналарҙы ҡабул ите. Улар Өфөләге Еңеү паркында батырҙар аллеяһынан башланды.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды. Сарала ҡатнашыусылар яу яланынан ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Өфөләге байрам тантаналарына Волга буйы төбәктәрендә йәшәгән 18 Советтар Союзы, Рәсәй, Социалистик хеҙмәт геройҙары, геройҙарҙың ғаилә ағзалары, балалары, барыһы йөҙгә яҡын кеше  саҡырылғайны. Владимир Косарев менән Сергей Пантелеев – Киров өлкәһенән. Башҡортостан тәбиғәте, Өфөнөң  гүзәллегенә һоҡланыуын йәшермәйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында батырлыҡ күрһәткән өсөн Дан орденына лайыҡ атайҙары иҫтәлеген тоғро һаҡлайҙар.

Байрамдың тантаналы өлөшө “Торатау” Конгресс-Холында дауам итте. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яу яландарында табылған әйберҙәр, эҙәрмән отрядтары асыҡлаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр күргәҙмәгә ҡуйылған. Яңыраҡ эҙәрмәндәр Луганск өлкәһенән ҡайтҡан. Тап шул яҡтарҙа барған ҡыҙыу алыштарҙа генерал Шайморатов һәләк булған.

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Волга буйы округы төбәктәренең “Ватан геройҙары портреттары” күргәҙмәһен дә ҡараны.   Тантаналы концертта иһә Ватан именлеге хаҡына ғүмерен йәлләмәгән батырҙарҙың әсәләрен хөрмәтләү йолаһы атҡарылды. Һәм “Ватан геройҙары” округ йәмәғәт проекты конкурстарында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Республикаһы беренсе урынға сыҡты.

“Ватан геройҙары” проекты һәләк булған яугиҙәрҙең исемдәрен асыҡлау һәм мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып барыуға йүнәлтелгән. Бөгөнгә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың өс меңдән ашыуының исеме билдәле.

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров Өфөлә Межгорьеның “Пауза” студияһында шөғөлләнгән уҡыусылар менән дә осрашты.  Балалар “Театраль Волга буйы” проектында еңеүгә өлгәшкән.

“Театраль Волга буйы” бәйгеһе быйыл март айында старт алғайны. Рәсәйҙә театр йылы иғлан итеү уңайынан уға Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғыс һалды. Игорь Комаров еңеүселәрҙе 16 декабрҙә Түбәнге Новгородта үтәсәк бүләкләү тантанаһына саҡырҙы.

 

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика