Мөмкинлектәре сикләнһә лә уларҙың хыялдары, теләктәре, хоҡуҡтары сикләнмәгән

Улар өсөн былай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡоролған тормоштоң рәхәтен тойоп йәшәгеһе килә. Ә бының өсөн йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Ҡайһы саҡ ябай кешеләрҙең ябай кешесә ҡарашына мохтаж улар.

Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле дизайнлы буласаҡ. Уртаһына тегеләсәк күҙ формаһы, керпектәр һәм күҙ йәштәре кешенең эске донъяһын аңлата,ти тегенселәр.

Александра даун сире менән донъяға килә. 21 йәшлек ҡыҙҙың буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Театрҙа төрлө ролдәрҙе башҡара, үҙ ҡулдары менән һабын эшләй, ә әле иһә күлдәк эскиздары менән булыша. Ҡыҙ тәүҙә ҡағыҙға үҙе уйлап сығарған кейем һүрәтен төшөрә, һуңынан әҙер булған күлдәкте әсәһе менән бергә тормошҡа ашыра.

Александра ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡынса һигеҙ күлдәк теккән. Конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулаусы ҡыҙ, төрлө дизайнерҙар менән аралашып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Өфөлә лә мөмкинлеге сикләнеүселәр араһында мода буйынса форумдар йыл да уҙғарылып тора.  Быйыл “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”ы мода менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәнә бер урынға йыйҙы.

Форумда бөтәһе өс команда ҡатнашырға теләк белдергән. Һәр береһенең сығышын халыҡ алҡышлап ҡабул итте.

Мөмкинлеге сикләнеүселәргә иң мөһиме әхлаҡи яҡтан ярҙам итеү – “Йәш дизайнерҙар өсөн халыҡ-ара форум”ының төп маҡсаты.

Жюри ағзалары һәр бер команда эшен юғары баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар матди ярҙам, төрлө төҫтәге туҡыма менән бүләкләнде.

Сараны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, мода менән ҡыҙыҡһыныусылар аһын бихисап. Әммә уларҙың һәләттәрен үҫтерергә генә кәрәк. Шуға ла киләһе йылдарҙа ла бындай саралар уҙғарыласаҡ.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, планета халҡының 15 проценты, йәғни бер миллиард самаһы кешенең физик кәмселектәре бар. Уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа хыялдар менән янып йәшәй. Әммә маҡсаттарға ирешер өсөн күп эшләргә һәм эргә-тирәнән йылы һүҙ кәрәк.

Бәләкәй саҡта төшкән фотоһүрәттәргә күҙ һалғанда, Александр Захаровты башҡа балаларҙан бер ҙә айырылмай, тип уйларға мөмкин. Тәүҙә ул ғәҙәти сабыйҙар кеүек үҫешә, тик туғыҙынсы айҙа ата-әсәһе балаһының насар хәрәкәтләнеүен һиҙә. Кәрәкле анализдар тапшырғас, табиптар уға  мускулдар атрофияһы сире диагнозын асыҡлай.

Был  генетик сир һирәк осрай. Уны Рәсәйҙә дауалау мөмкин түгел, ә сифатлы препараттар тик сит илдәрҙә генә бар. Препараттың хаҡы яҡынса 32 миллион һум. Сир Александрҙың тәүҙә аяҡтарын, ә былтыр иһә ҡулдарын хәрәкәтһеҙләндергән.

Александр һөнәре буйынса маркетолог. Аяҡ-ҡулдарҙың ҡыбырлай алмауы  егет өсөн буш ултырыуҙы аңлатмай. Әле иһә ул компьютерҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус программалар эшләү менән мәшғүл. Компьютерҙағы курсорҙы егет күҙ ҡарашы менән идара итә.

Был программа ҡулдары хәрәкәтләнмәгән инвалидтар өсөн тәғәйенләнеп эшләнелә. Күҙҙәр ярҙамында компьютерҙа уйын уйнау ғына түгел, ә яҙышып та була, ти егет. Хыялдарын тормошҡа ашырырға уға яҡындары ярҙам итә. Күптән түгел, ул һөйгән йәрен дә осрата. Йәш рәссам Диана егеттең ныҡышмал, тырыш булыуы менән әйҙәне, ти.

Тыумыштан инвалид булыу-бәхетле йәшәргә кәртә булып торорға тейеш түгел, тип һанай Александр. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, киләсәктә өйләнеп, айырым фатир алыу-йәштәрҙең ҙур хыялы. Уның тормошҡа ашыуына Александр бөтә күңеле менән ышана.

 

 

 

 

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика