Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты. Ошо йәһәттән хәҙер аҙна һайын иртәнге һигеҙҙә Хөкүмәттә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан юлдарында был дүшәмбенән үҙгәрештәр индерелде. Төп яңылыҡ – трассаларға өҫтәмә камералар ҡуйылды. Был ҡоролмалар ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын теркәп, уларҙы махсус федераль базаға индерәсәк. Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтелде. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостандағы аварияларҙа һәләк булыусылар һаны кәмемәй. Тап ошо арҡала уҙған ете көндә ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика урамдары, ауыл араларындағы юлдар һәр саҡта иғтибар үҙәгендә. Был хаҡта “Инцидент- менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр ҙә һөйләй. Йыл башынан ошо турала ғына 8  меңдән ашыу кеше хат юллаған. Был дөйөм һандың 12  проценты самаһы. Шулай ҙа тынысланырға иртә. Ә Рәсәй күләмендә алғанда, Башҡортостан “Инцидент – менеджмент” системаһына килгән һорауҙарҙы хәл итеүҙә тәүге урындарҙа килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе республикала инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле ине. Төбәктә бөгөн 268  мең кеше инвалид статусын алған. Уларҙың 16 меңенең балалар  булыуын айырым билдәләргә кәрәк. Дөйөм иҫәптәге 74  мең кеше эшкә һәләтле. Тик бөгөн Башҡортостанда ошо ҡатламға ҡарған граждандарҙың 16 меңе генә теге йәки был өлкәлә вакансиялар тапҡан. Шулай ҙа, күптәр тәҡдим ителгән хеҙмәт урындарынан баш тарта. Башҡортостандағы айырым ойошмаларҙы киләһе йыл махсус тикшереүҙәр ҙә көтә. Инвалидтарҙы эшкә алмаған компания, ширҡәттәр күҙәтеү органдары алдында яуап тотасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, республикала сәләмәтлеге сикләнгән граждандар мәнфәғәтен яҡлау өсөн яңы программа бойомға ашырыласаҡ. Социаль эшҡыуарлыҡ. Башҡортостанда бөгөн ошо мәсьәләне хәл итеү бурысы тора.  Проблеманан ҡотолоу юлдарының береһе – район-ҡалаларҙа инвалидтар өсөн көндөҙгө эш урындарын булдырыу. Уҙып барған йылда республикала ошондай 30 үҙәк асылһа, киләһе йыл уларҙың һаны тағы ла өсәүгә арта. Радий Хәбиров башҡарма власть органдарын ентекле эшләргә саҡыра. Тағы ла шуныһы, Башҡортостанда хәҙер инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү барышы айырым совет тарафынан башҡарыласаҡ. Координация кәңәшмәһенең беренсе ултырышы декабрҙең егермеһенә тәғәйенләнде.  Республикала ерҙәрҙең кадастар баһаһын билдәләү ҙә хәҙер яңырырға тейеш.  Бүлемдәрҙең хаҡын асыҡлау йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәлә.  Ул – теге йәки был бүлем, обьект, бина хаҡын дөрөҫ һәм ҡануниәткә ярашлы баһалау. Хаҡтарҙың юғары булыуы, әлбиттә, үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмай.  Ул, мәҫәлән, мөлкәт һалымын түләү. Бигерәк тә, муниципалитеттар өсөн был ауыр булып тор. Теге йәки был обьекттың адрес алыуы, теркәлеүе тап кадастр баһаһын тейешенсә билдәләргә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалым ваҡытында түләнгән төҫлө. Әммә, физик шәхестәрҙең тап милек һалымы  буйынса бурыстары ике миллиард һумға яҡынлаша. Тағы ла шуныһы. Киләһе дүшәмбенән, Башҡортостан Хөкүмәтендә иртәнге сәғәт һигеҙҙә тағы ла бер кәңәшмә буласаҡ. Видеобәйләнеш ярҙамында уҙғарыласаҡ һөйләшеүҙә ҡаралған төп мәсьәлә – сүп-сар реформаһы. Республика киләһе йылға маҡсаттар ҙа билдәләй. Уларҙың береһе – Башҡортостанда ислам инвестициялары форумы. Радий Хәбиров Өфөгә эш сәфәре менән килгән федераль министрҙар һәм ведомстволар етәкселеге һәм улар менән осрашыуҙарҙың һөҙөмтәле булырына ышаныс белдерҙе һәм был йүнәлештә әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы.Башҡортостан әле яңы йылға әҙерләнә. Радий Хәбиров байрамды тейешенсә ойоштороу өсөн  мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы. Бының өсөн боҙ ҡаласыҡтарының барыһы ла декабрҙең унына әҙер булырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың декабрҙәге һуңғы ултырышында республикала байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү тураһындағы закон проекты ҡараласаҡ. Башҡортостан башлығы был мәсьәләне айырым күҙәтеүгә алырға ҡушты.  

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика