Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер

Шыршы, байрам иллюминацияһы, яҡтыртыу ҡоролмалары, боҙ ҡаласыҡтары һәм сәхнәләр. Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ ҡаласыҡтары төҙөп бөтөү мотлаҡ ине. Баш ҡаланың меңдәрсә сағыу уттарға мансылғанын  беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Өфөнөң яңы йыл уттарына мансылғанын өлкәне лә, кесеһе лә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ленин майҙанында урынлаштырылған баш ҡаланың төп шыршыһына һоҡланмаған кеше юҡ. Париж, Истамбул һәм Мәскәүҙә генә булған бындай үҙенсәлекле, сағыу иллюминацияны өфөлөләргә билдәле итальян архитекторы һәр рәссамы Валерио Фести бүләк иткән. Ул тыуҙырған матурлыҡты күрергә ҡала халҡы тотош ғаиләләре менән килгән. Биҙәүестәр Италияныҡы булһа, шыршы Башҡортостандыҡы. 90 йәшлек ҡупшыҡайҙы Благовещен районынан килтерҙеләр. Ете Ҡыш бабай һәм ете Ҡарһылыу менән бергә беҙҙең ижади төркөм дә яңы йылдың төп символын ҡаршылауҙа ҡатнашты. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын тағы ла бер тере шыршы Совет майҙанында көтә. Эргә-тирәлә йәшәүселәр ҡупшыҡайҙы бында күреп айырыуса шатланды. Бигерәк тә, ата-әсәләр бәләкәй балалар менән йыраҡҡа йөрөргә тура килмәйәсәк, тип ҡыуана. Кешеләрҙең ғәжәпләнеүен дә аңларға мөмкин. Сөнки Совет майҙанында һуңғы һигеҙ йыл боҙ ҡаласығы бөтөндәй төҙөлмәгән, ә парковка урыны булған. Йәштәр өсөн генә түгел, өлкән быуын кешеләренә лә бында ҡыҙыҡлы буласаҡ. Майҙандың исеменә тура килтереп, боҙҡаласыҡты совет стилендә эшләгәндәр. Совет йәнһүрәттәрендәге персонаждар, пионер значогы, хатта СССР космонавтарының һынын да осратырға мөмкин. Башҡортостанда Яңы йыл байрамына әлеге мәлдә 1174 тере һәм 128 яһалма шыршы ҡуйылған. Шулай уҡ, тәүге тапҡыр төбәктең 9 ҡалаһын пикселле ҡорамалдарҙан торған ҡупшыҡайҙар биҙәйәсәк.Республикалағы 32 метрлыҡ иң бейек пикселле шыршы Өфөлә “Торатау” конгесс-холлы янындағы майҙанда урынлаштылды. Уның өҫтөндәге диодлы япма ҙур бер видеоэкранды хәтерләтә. Унда төрлө һүрәттәр, яҙыуҙар күрһәтергә була.Әйтергә кәрәк, башҡа йылдарға ҡарағанда байрам кәйефе Башҡортостанды быйыл иртәрәк солғап алды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ ҡаласыҡтары төҙөп бөтөү мотлаҡ ине. Ә киләһе йылда был эш ноябрь аҙағында уҡ тамамланырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Яңылыҡты халыҡ та хуплап сыҡты.Быйыл боҙҡаласыҡтарҙың һаны ла артты. Әлеге мәлдә 552-һе төҙөлгән. Тағы ла шунсаһы әҙерләнә. Аҙаҡ улар араһында конкурс ойошторола. Махсус комиссия шыршыларҙың байрамса биҙәлешен, яҡтылыҡ иллюминацияларын, боҙ һындарҙың матурлығын, һырғалаҡтарҙың  һәм ҡар тауҙарының сифатын баһалап, «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы»н һайлаясаҡ. Еңеүсе муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия: беренсе урынға — 500 мең, икенсе урын алыусыға — 200 мең, өсөнсөгә— 150 мең һум тапшырыла.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика