“Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты

Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең үҙенсәлегенә гимназияла уҡ төшөнә ала. Учреждениела тағы ниндәй үҙгәрештәр бар?

Алтынсы класста белем алыусы Сулпан Иҫәнтаеваның буш ваҡыты бөтөнләй юҡ тиерлек. Ҡыҙ әле үҙ теләге менән яйлап, ә шулай ҙа ышаныслы аҙымдар менән хәбәрсе һөнәрен үҙләштерә. Төрлө темаларға текстар яҙа, дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәнә, тауышын шымарта. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында мәктәп телевидениеһы асылғас, үҙҙәрен зәңгәр экран хеҙмәткәрҙәре итеп күрергә теләүселәр һаны бихисап ине, ти уҡыусылар. Әлегә бер төркөмдә 12 кеше үҙенсәлекле һөнәрҙә үҙ көсөн һынап ҡарай.

Телевидение менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн гимназияла айырым эш урыны бүлгәндәр. Бында ниндәй ҙә булһа сараны видеоға төшөрөп сюжет эшләр өсөн камера, компьютер һәм башҡа махсус ҡороломалар бар. “Мостай иле” — телевидениеның исеме лә есеменә тура килә. Мәктәп тормошонда барған яңылыҡтарҙы төшөрөп алыу-йәш һөнәр эйәләренең маҡсаты. Уҡыусылар әлегә ике сюжет эшләп өлгөргән.

Яңы ғына эш башлаған уҡыусыларға бөтәһенә лә билдәле булған “Арғымаҡ” төркөмө солистары менән яҡындан аралашыу, уларҙан интервью алыу бәхете тейгән. Тапшырыуҙар ике телдә – башҡортса һәм русса алып барыла. Әҙер булған сюжетты уҡыусылар интернет селтәрҙәренә һала. Видеоны ҡарап, баһалаусылар һаны ла арта, тип ҡыуана улар.

Әле уҡыусылар мәктәп сәхнәһендә барған репетицияны камераға төшөрә. Һәр бер хәрәкәтте дөрөҫ итеп күрһәтеү, ут яҡтылығын һайлай белергә кәрәк, ти һигеҙенсе класс уҡыусыһы Әмир Зарипов. Оператор һөнәре уға күптән таныш. Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы күрһәтелгән ижади эштәре өсөн 158-се башҡорт гимназияһы республика Башлығы грантына лайыҡ булған. “Мостай иле” мәктәп телевидениһы ла тап ошо ярҙам менән үҙ ишектәрен асҡан. 

Яҡынса ике миллион ярым һум аҡса туған телдәрҙе өйрәнеүгә һәм һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Грант ярҙамында гимназия кабинеттары йыһазландырылған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтте өйрәнергә теләүселәр өсөн сығанаҡтар булдырылған, методик ҡулланмаларҙы цифрланған рәүештә биреү ресурстары асылған, Мостай Кәрим буйынса видеофильм төшөрөлгән. Киләсәктә тап мәктәп телевидениеһын үҫтереү-гимназия етәкселегенең ҙур маҡсаттарының береһе. Тиҙҙән йәнә бер төркөм эшләй башлаясаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала

“Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән сериалды Рәсәй” телеканалында дүшәмбе күрһәтә башлайҙар. Төп ролдәрҙең береһе - Зөләйхәне Сулпан Хаматова башҡара. Ул был әҫәрҙе “әҙәбиәттәге ҙур ваҡиға” тип атаған. Көтөп алынған фильмдың тәүге серияһы 13 апрелдә Рәсәй 1 каналында киске сәғәт туғыҙҙа эфирға...

9 апреля 2020
Смотреть видео Айыу балалары өңөнән сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәүсе айыуҙарың һаны артыуы тураһында хәбәрҙәрҙең башҡа сығарылышында хәбәр иткәйнек. Ниһәйәт, тайыштабандар бәләкәстәрен өңдәренән алып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға ла күрһәттеләр. Бүлмәгә алып инеү айыу балалары йүгерешә башланы. Ят...

9 апреля 2020
Смотреть видео Яҙғы ташҡын | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы ташҡын

Яҙғы ташҡында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған райондарҙа ерҙе ҡалҡытыу эштәре бара.  Козарес һәм Альбатрос баҡсасылар ширҡәттәре араһындағы юлды ла ҡотҡарыусылар күҙәтеү аҫтына алған. Ағиҙел ҡултығында һыу кимәле артыу сәбәпле ҡар һыуҙары ағып сыҡҡан. Синоптиктар йылғаның 8 метрға тиклем...

9 апреля 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр

За кадром. Был, тәү сиратта, күп балалы, ауыр хәлгә эләккән ғаиләләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Ишембайҙа бындай ярҙамды ике меңгә яҡын уҡыусы аласаҡ. Кәрзиндә биш көнгә етәрлек аҙыҡ-түлек – ҡарабойҙай, макарондар, көнбағыш майы, һут, сәй, ҡуйыртылған һөт һәм печенье....

9 апреля 2020
Смотреть видео Ирекмәндәргә автомобилдәр | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәргә автомобилдәр

Өфөлә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы ирекмәндәргә автомобилдәр биргәндәр. Ҡалалала изоляция режимы иғлан ителгәс, 336 егет-ҡыҙҙар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә башлаған. Уларға көн һайын Өфөнөң төрлө райондары буйлап йөрөргә һәм кәрәкле...

9 апреля 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда зарарланыусылар һаны 16. Уларҙың бишәүһе тулыһынса һауыҡҡан. Тағы ла 106 кеше ковид-19 вирусына шик менән дауаханала ята. Әйткәндәй, Өфө дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү апараттары ҡайтарылған. 17 ҡоролманың бишәүһе Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһына йүнәлтелгән...

9 апреля 2020
Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Яндекс.Метрика