Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте

 Был мөһим документта Башҡортостандың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Сәғәт дауамында Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Республика үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр – күп балалы ғаиләләрҙе, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, артистарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен дә  телгә алды төбәк етәксеһе. Республика етәксеһе мөрәжәғәтнәмә башында уҡ йәмғиәтте берләшергә саҡырҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан бәләһе торлаҡ–комуналь хужалыҡта ла, медицина һәм мәғарифтә лә түгел. Республиканың төп етешһеҙлеге – тарҡаулыҡта.

Радий Хәбиров бөгөн төбәктең ижтимағи тормошона ошондай баһа бирә. Башҡарма власть органдары, айырым коллективтар һәм тотош йәмғиәттә берҙәмлектең юҡлығы айырыуса борсоулы, тине Республика башлығы. Республика етәксеһенең Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән был етешһеҙлек күп мәсьәләләргә икенсе күҙлектән ҡарауҙы талап итә. Башҡортостандың киләсәгенең ышаныслы түгел тип, икенсе ҡалалар һәм илдәрҙе маҡтаусылар республиканы төпкөл субъекттар исемлегенә индерергә тырыша. Был һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүенең төп нигеҙе – тырыш хеҙмәт.  Радий  Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан халҡы  ышаныслы һәм көслө төбәктә йәшәүе менән хаҡлы ғорурлана ала. Берҙәмлек. Башҡортостанда йәшәгән төрлө миилләт вәкилдәре өсөн был буш һүҙ түгел. Уға быуаттар буйынса тәрән мәғәнә һалына килгән. Миҫал итеп Сибайҙы алырға мөмкин. Ҡалаға ябырылған бәләгә ҡаршы көрәштә ҡотҡарыусылар, табиптар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ябай кешеләр, төрлө милләт кешеләре  бер төптән күтәрелде. Янар тауҙы һүндергән махсус хеҙмәттәр менән  бергә Сибай халҡына рухи ярҙам да күрһәтелде.

Республика башлығы билдәле артистар, спортсыларға үҙ рәхмәтен айырым еткерҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика халҡының берҙәмлеген төп идея итеп иҫәпләй. Уның сәбәбе лә бар. Хәҙерге заманда ярлылыҡ сигендә йәшәүселәр аҙ түгел. Әлбиттә, бизнеста, эшҡыуарлыҡта уңыш ҡаҙанғандар байтаҡ.  Шулай ҙа, тинен-тингә ялған көн итеүселәр ҙә байтаҡ. Ә барыһы ла тигеҙ йәшәһен өсөн, ҡаҙнаның көслө булыуы фарыз. Көслө иҡтисад, ауыл – ҡасабалар төҙөклөгө, урындарҙа тәртип. Тик быларға берҙәм булғанда ғына ирешергәмөмкин. Башҡортостан хәҙер федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнә. Тәүге һөҙөмтә “Алға” иҡтисади зонаһы.  Стәрлетамаҡ, Салауат менән бергә Ишембай ҙа хәҙер сәнәғәт үҙәгенә әйләнергә тейеш. Учалы, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ райондары әле етештереү гиганттары булмаһа ла, муниципаль берәмектәргә инвесторҙар килә.  Йәрмәкәй, Бәләбәй, Әлшәй ҙә бөгөн үҙ ҡаҙнаһын инвестоҙар аҡсаһы менән тулыландыра.  Ышаныс -  бизнеста. Башҡортостан әле  башҡарма власть органдары эшен яңырта. Тап ошо йәһәттән, бер йылда республикала 20  район һәм биш ҡала хакимиәте башлығы алыштырылған.

Тағы ла бер бурыс, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш. “”Башавтотранс”, “Башкиравтодор”, “Башҡортостан” дәүләт китап нәшриәте. Республиканың төп предприятиеларын бөлгөнлөктән алып ҡалыу менән бер рәттән, Радий Хәбиров бөгөн йәнә бер бурыс ҡуя. Ул – Башҡортостан йылға пароходсылығы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров был хаҡта айырым билдәләне. Республика етәксеһенең был иҫкәрмәһенең тәүге һөҙөмтәһе лә бар. Радий Хәбиров етәкселәрҙе халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә саҡыра. Һорауҙар хатта ауыр,ә ҡайһы бер мәлдә үтә лә сетерекле булһа ла.  Мәҫәлән, Ҡуштау. Башҡортостан башлығы вазифаһында  Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға беренсе тапҡыр мөрәжәғатнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе тарафынан иғлан ителгән документ инвестиция, иҡтисад төшөнсәләренә генә ҡоролмаған.

Радий Фәрит улы бөгөн һаулыҡ һаҡлау тармағының алдынғы һәм заманса булыуын талап итә. Ишембай, Бәләбәй, Өфө дауаханалары, Белорет клиникалары бағы асыҡ дәлил. Радий Хәбиров тағы ла бер мөһим белдереү яһаны. Башҡортостанда Евразия Федераль университеты булдырыласаҡ. Рсепубликаның бөгөн йәш һәм талантлы профессионлдарға мохтажлығын йәшерергә ярамай.  Тап шуға ла Башҡортостандың үҙенең милли мәғариф үҙәге булырға тейеш. Яңы үҙәк химия, энергетика һәм медицина, аҡыллы машиналар йүнәлешен үҙ эсенә аласаҡ. Фән эшмәкәрҙәре был проектты иң амбициоз пландарҙың береһе, тип иҫәпләй.

Башҡортостан бөгөн иҡтисады һәм иң мөһиме, татыу халҡы, берҙәм ғаиләләре менән көслө. Республика данын донъя кимәлендә танытҡан Зәйнетдиновтар ҙа шулар иҫәбенән. Транспорт һәм юл системаһы, төҙөлөш тармағы. Был өлкәләрҙең барыһы ла республика башлығы тарафынан иғлан ителгән документа айырым урын алды.  Башҡортостан башлығы бөгөн тағы ла бер мөһим ваҡиғаға иғтиабр итә. Ул бөйөк Еңеүҙең 75  йыллығын билдәләү.  Башҡортостан бөгөн яңы девиз, яңы лозунгтар өҫтөндә эш алып бармай. Башҡортостан бөгөн алға ынтыла. Быға тиклем өлгәшкән уңыштарҙы һаҡлап ҡалғандар өсөн киләһе быуын “рәхмәт” һүҙен әйтер. Республика бөгөн ошоға өлгәшергә тейеш. Республика етәксеһе берҙәмлектә көс булыуын онотмаҫҡа саҡыра.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

6 августа 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

Яндекс.Метрика