Ғүмер хаҡы - илле миллион һум

Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Эмиль Әлмөхәмәтов һирәк осрай торған генетик сир менән яфалана. Малай әле махсус ҡоролма ярҙамында ғына йәшәй. Хәлен яҡшыртыр өсөн уға ҡыйбатлы дарыу кәрәк, әммә уны сит илдәрҙә генә етештерәләр. Ни өсөн республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйға ваҡытында уҡ ярҙам итмәгән? Улының башҡа сабыйҙар кеүек үк йүгереп йөрөүен, һөйләшә алыуын йәш әсә Люция Әлмөхәмәтова, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер видеояҙмаларҙан ғына күрә ала. Ете йәшлек Эмиль һау-сәләмәт булып тыуа. Әммә ике йәшен тултырғас, малайҙың психик һәм телмәр үҫеше тотҡарлана, көн дә тиерлек өйәнәк тота, атламай башлай.

Сир арҡаһында баланың мейеһе үҫешеүҙән туҡтай. Сабыйҙың хәлен сит илдә етештерелгән дарыу ғына яҡшырта ала. Уның хаҡы 50 миллион һумға барып етә. Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе  республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә, әммә бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай. Һөҙөмтәлә, ауырыған бала менән ғаилә Мәскәү реабилитация үҙәгенә юллана. Һаулыҡ өсөн кәрәк булған дарыуҙы бала бер ай эсендә ике тапҡыр ҡабул итергә тейеш. Препараттан һуң сабыйҙың хәле яҡшыра, өйәнәге тамамлана, ти йәш әсә.  Әле Эмилдең хәлен яҡшы тип әйтеп булмай, ти әсә. Бала махсус ҡоролмалар ярҙамында ғына ашай, эсә, тын ала.

Тәүҙә башын ҡыбырлата алһа, хәҙер ябай ғына хәрәкәттәрҙе лә башҡара алмай. Йәшәү өсөн мөһим препарат булмағас, ханым әле башҡа дарыуҙар биреп малайҙың ауырыуын баҫа. Эмильдең олатай-өләсәһе лә баланы алмашлап ҡарарға мәжбүр. Был һирәк осрай торған генетик сир менән Рәсәйҙә ун, ә Башҡортостанда бер баланың ауырығаны мәғлүм. Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе судҡа мөрәжәғәт итеп, Мәскәүҙә бер-нисә сеанс алып ҡайтҡандан һуң ғына, республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан препарат алыуға өлгәшә. Йәш әсә улына ярҙам итерҙәренә бөтә күңеле менән ышана. Әммә был препаратты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һатып алып булмай. Ә бит дарыуҙы ҡушылған көнөндә үк ҡабул итергә кәрәк. Киләһе айҙарҙа һаулыҡ өсөн мөһим булған дауа ете йәшлек Эмилгә эләгерме-юҡмы, был һорау әлегә асыҡ ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

3 часа 12 минут назад
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

3 часа 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

3 часа 14 минут назад
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

3 часа 14 минут назад
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Йыһанбаевтар ғаиләһе 1 йыл элек үҙ фермер хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Үҙ хужалығың менән шөғөлләнер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк. Был донъяла ниндәй генә үҙенсәлекле кәсептәр юҡ. Шуларҙың береһен күрер өсөн ошо йорттоң баҙына төшәбеҙ. Ә бында......

4 часа 9 минут назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

4 часа 11 минут назад
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

4 часа 12 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Коронавирус сигенергә ашыҡмай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Көн һайын 3 тиҫтәнән ашыу кеше Ковид 19 сиренә дусар була. Башҡортостанда сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 7 меңгә яҡынлаша. Эпидемия башланғандан алып 5 мең 300 кеше һауығып сыҡҡан, 23 кеше һәләк булған. Ил буйынса 860 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һәләк булыусылар-14 меңдән ашыу....

4 часа 15 минут назад
Яндекс.Метрика