Ғүмер хаҡы - илле миллион һум

Тулыраҡ: Ғүмер хаҡы - илле миллион һум

Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Эмиль Әлмөхәмәтов һирәк осрай торған генетик сир менән яфалана. Малай әле махсус ҡоролма ярҙамында ғына йәшәй. Хәлен яҡшыртыр өсөн уға ҡыйбатлы дарыу кәрәк, әммә уны сит илдәрҙә генә етештерәләр. Ни өсөн республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйға ваҡытында уҡ ярҙам итмәгән? Улының башҡа сабыйҙар кеүек үк йүгереп йөрөүен, һөйләшә алыуын йәш әсә Люция Әлмөхәмәтова, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер видеояҙмаларҙан ғына күрә ала. Ете йәшлек Эмиль һау-сәләмәт булып тыуа. Әммә ике йәшен тултырғас, малайҙың психик һәм телмәр үҫеше тотҡарлана, көн дә тиерлек өйәнәк тота, атламай башлай.

Сир арҡаһында баланың мейеһе үҫешеүҙән туҡтай. Сабыйҙың хәлен сит илдә етештерелгән дарыу ғына яҡшырта ала. Уның хаҡы 50 миллион һумға барып етә. Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә, әммә бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай. Һөҙөмтәлә, ауырыған бала менән ғаилә Мәскәү реабилитация үҙәгенә юллана. Һаулыҡ өсөн кәрәк булған дарыуҙы бала бер ай эсендә ике тапҡыр ҡабул итергә тейеш. Препараттан һуң сабыйҙың хәле яҡшыра, өйәнәге тамамлана, ти йәш әсә. Әле Эмилдең хәлен яҡшы тип әйтеп булмай, ти әсә. Бала махсус ҡоролмалар ярҙамында ғына ашай, эсә, тын ала.

Тәүҙә башын ҡыбырлата алһа, хәҙер ябай ғына хәрәкәттәрҙе лә башҡара алмай. Йәшәү өсөн мөһим препарат булмағас, ханым әле башҡа дарыуҙар биреп малайҙың ауырыуын баҫа. Эмильдең олатай-өләсәһе лә баланы алмашлап ҡарарға мәжбүр. Был һирәк осрай торған генетик сир менән Рәсәйҙә ун, ә Башҡортостанда бер баланың ауырығаны мәғлүм. Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе судҡа мөрәжәғәт итеп, Мәскәүҙә бер-нисә сеанс алып ҡайтҡандан һуң ғына, республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан препарат алыуға өлгәшә. Йәш әсә улына ярҙам итерҙәренә бөтә күңеле менән ышана. Әммә был препаратты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һатып алып булмай. Ә бит дарыуҙы ҡушылған көнөндә үк ҡабул итергә кәрәк. Киләһе айҙарҙа һаулыҡ өсөн мөһим булған дауа ете йәшлек Эмилгә эләгерме-юҡмы, был һорау әлегә асыҡ ҡала.

Подпишитесь на наш Telegram-канал